‏ Isaiah 51

Раббының Сионды йыуатыуы

1«Ғәҙеллеккә ынтылғандар,
Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине!
Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға,
Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.
2Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ.
Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине,
Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.
3Раббы Сионды йыуатыр,
Харабаларын тынысландырыр,
Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер,
Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер.
Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр,
Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.

4Тыңла Мине, халҡым, ҡолаҡ һал, өммәтем!
Бына Минән ҡарар-ҡанун сығыр,
Ғәҙел хөкөмөмдө халыҡтарға яҡтылыҡ-нур итермен.
5Минең хаҡлығым яҡын,
Мин алып килгән ҡотолоу юлға сыҡты.
Мин халыҡтар араһында ҡулым менән
Ғәҙеллек урынлаштырырмын;
Диңгеҙ буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлар,
Улар Минең ҡөҙрәтемә инаныр.
6Күҙегеҙҙе күтәреп күккә ҡарағыҙ,
Аҫҡа – ер йөҙөнә күҙ һалығыҙ:
Күктәр төтөн кеүек тараласаҡ,
Ер йөҙө кейем һымаҡ туҙасаҡ;
Унда йәшәгәндәр себендәй ҡырыласаҡ,
Әммә Минең ҡотҡарыуым мәңгелек буласаҡ,
Хаҡлығымдың сиге булмаясаҡ.

7Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр,
Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ!
Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ,
Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.
8Сөнки улар көйә ашаған кейем,
Ҡорт төшкән йөн һымаҡ булыр.
Ә Минең хаҡлығым мәңге ҡалыр,
Ҡотҡарыуым быуындан-быуынға дауам итер».

9Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы!
Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел!
Раһавты
Раһав – мифологияла хаос һәм яуыз көстәрҙе белдергән диңгеҙ аждаһаһы.
һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы?
Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?
10Диңгеҙҙе, даръя һыуҙарын ҡоротҡан,
Йолоп алғандарың уҙа алһын өсөн
Диңгеҙ төбөн юлға әйләндергән һин түгелме?
11Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр,
Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер.
Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр.
Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр,
Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.

12«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. –
Ниңә һеҙ фани кешенән –
Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?
13Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән,
Донъяның нигеҙен ҡорған
Раббыны нисек онотаһығыҙ?
Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан
Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ?
Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы?
14Оҙаҡламай бығауҙағы тотҡондар азат буласаҡ,
Улар үлмәҫ, ҡәбергә төшмәҫтәр,
Икмәк тип зарыҡмаҫтар.
15Мин Аллағыҙ Раббымын.
Минмен – диңгеҙҙе олотоп, тулҡындарын сайҡалдырған.
Минең исемем – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!
16Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым,
Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем,
Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым
Сионға: „Һин – Минең халҡым!“– тинем».
17Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим!
Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең.
Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.
18Үҙең тыуҙырған барлыҡ улдарҙан
Һиңә юл күрһәтеүсе булманы!
Үҙең үҫтергән шунса улдарҙың араһынан
Бер кем етәкләп барманы!

19Икеләтә бәлә килде һиңә!
Кем генә һине ҡыҙғаныр икән?
Талау һәм һәләкәт, ҡытлыҡ менән ҡылыс –
Кем һине йыуата алыр?
20Улдарың, хәлдән тайған ҡоралай һымаҡ,
Һәр урам сатында ята;
Раббының асыуы уларҙы шул хәлгә төшөрҙө,
Аллаңдың тауышы дәһшәтле!

21Шуға күрә, эй яралы Йәрүсәлим;
Шарапһыҙ иҫерек халыҡ, быны ишет!
22Хакимың Раббы,
Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти:
«Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ,
Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым.
Башҡаса унан эсмәҫһең.
23Мин уны һине ғазаплаусылар ҡулына,
Һиңә: „Ергә ят та, өҫтөңә баҫып үтәйек“, – тигән,
Арҡаңды урам тупрағы һымаҡ тапағандарға тотторам».
Copyright information for BakIBT2023