‏ Isaiah 52

Йәрүсәлимдең шатлығы

1Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян!
Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим,
Гүзәл кейемдәреңде кей!
Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар
Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.
2Өҫ-башыңдағы саңды ҡаҡ,
Тороп баҫ, әсирә Йәрүсәлим!
Муйыныңдағы сынйырҙы алып ташла,
Эй әсирә Сион-ҡыҙ!

3Раббы былай ти:
«Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ,
Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!»
4Раббы Хаким былай ти:
«Башта халҡым Мысырға барғайны.
Унда килмешәк булып йәшәне.
Унан ашшурҙар уларҙы бер ғәйепһеҙгә иҙҙе.
5Инде хәҙер Миңә ни эшләргә? – тип белдерә Раббы, –
Халҡым нахаҡҡа алып кителде,
Уның хакимдары илай, – тип белдерә Раббы. –
Һәр саҡ, көндәр буйы исемем мыҫҡыл ителә.
6Әммә халҡым исемемде таныясаҡ,
Көнө еткәс: „Бына – Мин!“– тигән Зат булыуымды аңлаясаҡ».

Тыныслыҡ һәм ҡотолоу хаҡында һөйөнөслө хәбәр

7Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең
Аяҡтары ниндәй күркәм!
Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө,
Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә.
Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.
8Тыңла: Һаҡсыларыңдың тауышы ишетелә,
Бөтәһе бергә ҡыуанып ҡысҡырыша.
Сөнки Раббының Сионға кире ҡайтҡанын
Үҙ күҙҙәре менән күреп тора.
9Эй Йәрүсәлим харабалары,
Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ,
Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты,
Йәрүсәлимде йолоп алды.
10Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында
Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте;
Донъяның һәр бер тарафы
Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.

11Китегеҙ, унан сығып китегеҙ!
Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ.
Раббының һауытын алып барыусылар
Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!
12Әммә һеҙ ашыҡмай ғына сығырһығыҙ,
Ҡасып-боҫоп китмәҫһегеҙ;
Сөнки Раббы алдығыҙҙан барыр.
Исраил Аллаһы артығыҙҙан да һаҡлап килер.

Раббының ғазап сигеүсе ҡоло

13«Бына Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр,
Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр.
14Күптәр, уны күреп, шаҡ ҡатҡан ине,
Ҡиәфәте, сырайы шундай боҙолған,
Кешегә һис оҡшашлығы ҡалмағайны.
15Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ.
Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ.
Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк,
Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».
Copyright information for BakIBT2023