Isaiah 53
1Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?
2Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек,
Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде.
Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай
Күркәмлек тә, бөйөклөк тә,
Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай
Һис бер нәмә юҡ ине.
3Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде;
Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде.
Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо,
Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.
4Асылда ул сирҙәребеҙҙе өҫтөнә алды,
Ғазаптарыбыҙҙы үҙенә йөкмәне.
Ә беҙ уны Алла тарафынан язаланған,
Туҡмалып йәберләнгән тип иҫәпләнек.
5Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған;
Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән.
Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән,
Уның яралары беҙгә сихәт биргән.
6Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ;
Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны.
Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.
7Уны иҙҙеләр,
Ул ғазап сикте, әммә ауыҙын асманы.
Салырға килтерелгән бәрәс шикелле,
Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған һарыҡ кеүек
Ауыҙын асманы.
8Тотоп алдылар, хөкөм иттеләр, алып киттеләр.
Уның яҙмышын кем уйлап торған?
Тереләр донъяһынан тартып алынды;
Халҡымдың енәйәттәре арҡаһында язаланды.
9Һис бер йәбер-золом ҡылмаһа ла,
Ауыҙынан ялған сыҡмаһа ла,
Ҡәберен залимдар янында бирҙеләр,
Үлгәс, байҙар янына ҡуйылды.
10Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине,
Был михнәттәргә Ул дусар итте.
Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә,
Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр;
Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.
11Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк,
Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ.
«Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ,
Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –
12Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен,
Яумалды көслөләр менән бүлешер.
Сөнки йәнен фиҙа ҡылды,
Енәйәтселәр менән тиң һаналды.
Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды,
Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».
Copyright information for
BakIBT2023