Isaiah 54
Раббының Йәрүсәлимгә тоғролоғо
1«Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн!Ҡыуаныстан ҡысҡыр!
Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын,
Шатлыҡтан йырла!
Сөнки ташланған ҡатындың балалары
Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –
2Сатырыңды киңәйт,
Торлаҡтарыңдың шаршауҙарын һуҙ;
Артҡа сигенмә, кирге ептәреңде оҙонайт,
Сатырыңдың ҡаҙыҡтарын нығыт.
3Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең.
Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ,
Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.
4Ҡурҡма, оятҡа ҡалмаҫһың!
Тартынма, бүтән хурлыҡ күрмәҫһең.
Йәшлегеңдә мәсхәрәләнгәнде оноторһоң,
Тол саҡта кисергәндәреңде иҫкә алмаҫһың!
5Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең.
Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе.
Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.
6Раббы һине – ташланған, рухы һынған,
Йәштән кейәүгә сығып,
Һуңынан ситкә тибелгән ҡатынды саҡырған һымаҡ саҡыра.
7Мин һине аҙға ғына ҡалдырып торҙом,
Ҙур мәрхәмәт менән кире ҡабул итәм.
8Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом.
Әммә мәңгелек мөхәббәт менән
Рәхимлек ҡылырмын һиңә. –
Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы.
9Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ.
Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары
Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында
Нисек ант иткән булһам,
Шулай уҡ вәғәҙә бирәм:
Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.
10Тауҙар урынынан күсһә лә,
Ҡалҡыулыҡтар тетрәһә лә,
Һине мөхәббәтемдән айырмам.
Именлек хаҡында килешеүем ҡаҡшамаҫ, –
Шулай ти һиңә мәрхәмәт ҡылған Раббы.
11Эй дауылдарҙан туҡмалған,
Йыуатыу тапмаған бахыр ҡала!
Бына, һинең таштарыңды фирүзә өҫтөнә ҡуям,
Нигеҙеңде зәңгәр яҡуттан һалам.
12Манараларыңды ҡыҙыл яҡуттан,
Ҡапҡаларыңды гәүһәрҙән,
Диуарҙарыңды аҫылташтарҙан ҡорам.
13Бөтә балаларыңды Мин, Раббы, өйрәтәсәкмен,
Улар камил бер именлек эсендә йәшәр.
14Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың,
Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың.
Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.
15Һиңә ҡаршы ҡорал күтәрһәләр,
Һин белеп тор, улар Минән түгел.
Һиңә һөжүм иткән һәр кем
Алдыңда ергә йығылыр.
16Ҡара, күрек менән ҡуҙ өрҙөргән,
Үҙ маҡсаты өсөн ҡорал әҙерләгән
Тимерсене Мин яраттым,
Юҡ итһен тип емереүсене лә Мин бар ҡылдым.
17Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ;
Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде
Үҙең ғәйеплегә сығарырһың.
Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул:
Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.
Copyright information for
BakIBT2023