‏ Isaiah 55

Мәңгелек килешеү

1«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ!
Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ;
Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә,
Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!
2Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә?
Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн
Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә?
Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ:
Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ,
Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.

3Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ,
Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ.
Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн,
Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
4Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит,
Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.
5Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың,
Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына
Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер.
Сөнки Ул һине данға сорнаны».

6Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ;
Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!
7Яман әҙәм ҡыуған юлын,
Залим яуыз уйын ташлаһын;
Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер;
Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.

8«Минең уйҙар – һеҙҙең уйҙар түгел,
Һеҙҙең юлдар – Минең юлдар түгел, – тип белдерә Раббы. –
9Сөнки, күктәр нисек ер йөҙөнән бейек булһа, – ти Раббы, –
Минең юлдарым – һеҙҙең юлдарҙан,
Уйҙарым һеҙҙең уйҙарҙан бейегерәк.
10Күктән яуған ямғыр һәм ҡар ергә төшә,
Үҫемлектәр үҫтерһен, уңдырышлы булһын,
Сәсеүсегә орлоҡ, ашаусыға икмәк бирһен өсөн
Тупраҡты һуғара, ә ҡабаттан күккә күтәрелмәй.
11Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр.
Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ,
Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр,
Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр».

12Һөйөнөс менән сығырһығыҙ ҙа
Иҫән-аман кире ҡайтырһығыҙ.
Тауҙар, үрҙәр алдығыҙҙа ҡыуанышып йырлар,
Ҡырҙағы бөтә ағастар алҡышлап торор.
13Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис,
Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр.
Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт,
Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.
Copyright information for BakIBT2023