Isaiah 55:1-2
Мәңгелек килешеү
1«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ!Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ;
Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә,
Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!
2Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә?
Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн
Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә?
Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ:
Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ,
Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.
Copyright information for
BakIBT2023