‏ Isaiah 56

Раббының бөтә халыҡтарҙы ҡабул итеүе

1Раббы былай ти:
«Ғәҙел хөкөм, тоғро ғәмәлдәр ҡылығыҙ,
Оҙаҡламай Мин ҡотолоу ебәрермен,
Хаҡ булыуым тиҙҙән асыласаҡ.
2Шулай эшләгән, яҡшы ғәмәлдәр ҡылған,
Шәмбе көндәрҙе тотҡан, уны нәжесләмәгән,
Һәр төрлө яуызлыҡтан тыйылған кеше ниндәй бәхетле!»

3Раббы юлына ҡушылған сит ил кешеһе:
«Раббы мине барыбер Үҙ халҡынан айырасаҡ»,
Алашар: «Мин бер кипкән ағасмын!» – тимәһен.
4Сөнки Раббы былай ти:
«Шәмбе көндәремде тотҡан,
Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған,
Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға
5Йортомда, диуарҙарым араһында
Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә –
Хәтирә һәм исем-ат бирермен.
Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.

6Раббы юлына ҡушылған, Уға хеҙмәт иткән,
Уның исемен яратҡан,
Уның ҡолона әйләнгән сит ил кешеһен,
Шәмбе көнөн тотҡан,
Уны нәжесләнеүҙән һаҡлаған,
Килешеүемә тоғро ҡалған һәр кемде
7Изге тауыма алып килермен,
Доға йортомда ҡыуандырырмын;
Тотош яндырыу ҡорбандарын,
Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен.
Минең йортом бар халыҡтар өсөн
Доға ҡылыу йорто тип аталыр».
8Һөргөндәге исраилдарҙы туплаған
Раббы Хаким былай ти:
«Йыйылғандары янына башҡаларын да йыйырмын».

Исраилдың һуҡыр көтөүселәре

9Бөтә ҡырағай йәнлектәр,
Урмандағы барса хайуандар,
Килегеҙ ҙә ашағыҙ!
10Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр,
Барыһы ла белекһеҙ.
Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт,
Яталар ҙа серемгә китәләр,
Йоҡларға бик яраталар!
11Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар;
Аҡылын юйған көтөүселәр:
Һәр кем үҙ яғын ҡайыра,
Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.
12Бер-береһенә әйтәләр:
«Килегеҙ, шарап ҡуйырмын,
Туйғансы хәмер эсәйек!
Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер,
Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»
Copyright information for BakIBT2023