‏ Isaiah 58

Дөрөҫ ураҙа тотоу

1«Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма,
Тауышың борғолай яңғыраһын;
Халҡыма – енәйәттәрен,
Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!
2Аллаларына тоғро халыҡтай,
Улар туҡтауһыҙ Мине эҙләгән була.
Раббының ҡанунын онотмаған халыҡ һымаҡ,
Юлдарымды өйрәнергә теләй.
Минән ғәҙел хөкөм һорай,
Алланың яҡын булыуын теләй.
3„Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең?
Нәфсебеҙҙе тыябыҙ,
Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“– ти улар.

Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө
Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ;
Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ.
4Ураҙағыҙ талаш, ғауға менән үтә,
Аяуһыҙланып йоҙроҡ күтәрәһегеҙ.
Ураҙағыҙ ошо рәүешле булғанда
Ауазығыҙ юғарыла ишетелмәҫ.
5Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы?
Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы?
Ҡамыш һымаҡ баш эйеп,
Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы?
Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?

6Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ,
Ҡалып бауҙарын сис,
Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр,
Һәр төрлө ҡалыпты емер –
Мин теләгән ураҙа ошолай була.
7Икмәгеңде астар менән бүлеш,
Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр,
Яланғасты күрһәң, кейендер,
Туғандарыңдан ситкә боролма.
8Шул саҡ нурығыҙ таң һымаҡ балҡыр,
Тиҙ арала шифа табырһығыҙ.
Тоғролоғоғоҙ алдығыҙҙан йөрөр,
Артығыҙҙан Раббының шөһрәте һаҡлап барыр.
9Ул саҡта Раббыға өндәшерһең –
Ул һиңә яуап ҡайтарыр;
Ярҙам һорап саҡырырһың,
Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер.

Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң,
Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;
10Астар өсөн йәнеңде бирерҙәй булһаң,
Иҙелгәнгә нимә кәрәк, шуны бирһәң,
Нурың ҡараңғыла балҡып торор,
Дөм ҡараңғы ваҡытың да көн үҙәге һымаҡ балҡыр.
11Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер,
Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр,
Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер;
Мул һуғарылған баҡсалай,
Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.
12Боронғо харабаларҙы ҡабат торғоҙорһоң,
Иҫке нигеҙҙәр өҫтөнә яңыларын ҡорорһоң.
Һине „емерек диуарҙарҙы төҙәтеүсе,
Йәшәү өсөн урамдарҙы яңыртыусы“тип атарҙар.

Шәмбе көнөн ҙурлау

13Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң,
Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң,
Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“тип,
Раббының изге көнөн „хөрмәтле“тип һанаһаң;
Көндәлек эшең менән булышмай,
Табыш артынан ҡыумай,
Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,
14Раббы һинең ҡыуанысың булыр.
Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң
Бейек түбәләренә атландырырмын,
Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын».
Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.
Copyright information for BakIBT2023