Isaiah 59
Гонаһ һәм тәүбә
1Баҡ, Раббының ҡулы ҡотҡармаҫлыҡ булып ҡыҫҡарманы;Ҡолағы ишетмәҫлек булып ҡатманы.
2Тик ғәйептәрегеҙ һеҙҙе Алланан айырҙы;
Гонаһтарығыҙ арҡаһында
Раббы һеҙҙән йөҙ сөйөрҙө,
Тауышығыҙҙы ишетмәҫ булды.
3Сөнки ҡулдарығыҙ – ҡанға,
Бармаҡтарығыҙ ғәйеп ғәмәлдәргә нәжесләнгән.
Ауыҙығыҙ ялған һөйләй,
Телегеҙҙән алдаҡ түгелә.
4Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй,
Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай.
Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр.
Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар.
5Ҡара йылан күкәйе баҫалар,
Үрмәксе ауы үрәләр.
Кем ул күкәйҙе ашай, шул үлер,
Ярылғанынан ағыулы йылан сығыр.
6Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ,
Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар.
Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ,
Ҡулдарының эше – йәбер-золом.
7Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр,
Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар.
Баштарындағы уйҙары енәйәтсел,
Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.
8Улар именлек юлын белмәйҙәр,
Йөрөгән юлдарында ғәҙеллек юҡ.
Атлаған һуҡмаҡтары кәкре,
Унан барғандар тынғылыҡ тапмаҫ.
9Шуға күрә лә ғәҙеллек беҙҙән йыраҡ,
Раббы беҙҙе ҡотҡармай.
Яҡтылыҡҡа өмөтләндек, ә әйләнәбеҙҙә ҡараңғылыҡ;
Нур эҙләйбеҙ, дөм-ҡараңғыла йөрөйбөҙ.
10Һуҡыр һымаҡ диуарға тотоноп,
Күҙһеҙ кеүек һәрмәнеп йөрөйбөҙ.
Төшлөктә эңерҙәгеләй һөрөнәбеҙ,
Һау-сәләмәттәр араһында – үлекбеҙ.
11Һәммәбеҙ ҙә айыу һымаҡ үкерәбеҙ,
Күгәрсен шикелле ыңғырашабыҙ.
Ғәҙеллек көтәбеҙ, әммә ул юҡ;
Ҡотҡарыу көтәбеҙ – беҙҙән йыраҡ.
12Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡ булдыҡ,
Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла,
Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында,
Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ.
13Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек,
Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек.
Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек,
Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.
14Ғәҙеллек ҡыуылды, дөрөҫлөк йыраҡта ҡалды.
Сөнки хәҡиҡәт ҡала майҙанында абынды,
Выждан инер өсөн юл тапманы.
15Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ,
Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана.
Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене.
16Хәлде үҙгәртерлек бер кемдең дә булмағанын күрҙе,
Яҡлаусының булмауына хайран ҡалды.
Үҙ көсө менән еңеү яуланы,
Хаҡлығы Уға таяныс булды.
17Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе,
Ҡотолоу торҡаһын башына һалды,
Үслек ябынсаһына уранды,
Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.
18Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер.
Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр,
Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ,
Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.
19Көнбайышта Раббының исеменән,
Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар.
Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә,
Раббының һулышы уны ҡыуыр.
20«Йолоп алыусы – Сионға,
Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы.
21«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».
Copyright information for
BakIBT2023