Isaiah 6
Раббының Ишағыяһты саҡырыуы
1Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны. 2Өҫтөндә серафтар ▼▼ Серафтар – ялҡын һымаҡ янып торған илаһи заттар.
кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар. 3Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс!Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»
4Уларҙың тауышынан ҡорам ишектәренең нигеҙҙәре тетрәне. Йорт хуш еҫле төтөн менән тулды. 5– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе. 6Серафтарҙың береһе минең яныма осоп килде. Ҡулында ҡорбан усағынан ҡыҫҡыс менән алған ҡуҙ ине. 7Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине. 8Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем. 9Ул шунда былай тине: – Бар, был халыҡҡа әйт: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ;
Ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ!»
10Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен,
Аҡылдары аңламаһын,
Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн
Был халыҡтың аҡылын томала,
Ҡолаҡтарын һаңғыраулат,
Күҙҙәрен йомдор.
11Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ,
Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.
12Раббы кешеләрҙе бик йыраҡтарға һөрәсәк,
Ил буп-буш тороп ҡаласаҡ.
13Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла,
Улары ла бөлгөнлөккә төшөр.
Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған
Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ,
Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ,
Уның төпһәһе – изге орлоҡ».
Copyright information for
BakIBT2023