Isaiah 60
Йәрүсәлимдең данлы киләсәге
1Ҡалҡ та нур сәс,Сөнки яҡтылығың килде,
Өҫтөңдә Раббы шөһрәте балҡыны.
2Донъяны – ҡараңғылыҡ,
Халыҡтарҙы ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплап алыр.
Ә һинең өҫтә Раббы нур сәсер,
Даны баш осоңда балҡыр.
3Ҡәүемдәр – һинең яҡтылығыңа,
Батшалар өҫтөңдә балҡыған нурға киләсәк.
4Раббы былай ти:
«Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара:
Барыһы йыйылып һиңә килә.
Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ,
Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк.
5Быны күреп йөҙөң балҡып китер,
Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр;
Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр,
Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.
6Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре
Ерҙәреңә килеп тулыр.
Бөтә Шева халҡы килер,
Алтын һәм ладан килтерер,
Раббыға маҡтау яуҙырыр.
7Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр,
Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер,
Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр.
Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.
8Кем һуң былар, болот һымаҡ оса,
Ояларына яҡынлашҡан күгәрсен тубылай елә?
9Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора,
Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә.
Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына,
Исраилдың изге Аллаһы хаҡына,
Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә,
Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә.
Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде.
10Сит-яттар диуарҙарыңды төҙөр,
Батшалары һиңә хеҙмәт итер.
Асыуланғанымда һине язалаһам да,
Инде илтифат ҡылып, шәфҡәтемде күрһәтәм.
11Ҡапҡаларың һәр саҡ асыҡ торор,
Көндөҙ ҙә, төндә лә ябылмаҫ;
Шул ҡапҡаларҙан ҡәүемдәр байлыҡтарын алып килер,
Уларҙы батшалары килтерер.
12Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр,
Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.
13Ливандың даны булған кипарис, ҡарағай, платан ағастары,
Изге торлағымды матурлар өсөн, һиңә ташылыр.
Аяҡ баҫҡан урынымды шулай данға күмәсәкмен.
14Һине иҙгәндәрҙең балалары
Килеп алдыңа эйелер;
Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе,
Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр.
Улар һине Раббы ҡалаһы,
Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.
15Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар.
Яныңдан һис кем үтмәне.
Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ,
Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.
16Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар
Әсә кеүек һине имеҙәсәк.
Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы,
Һине йолом биреп һатып алған
Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.
17Һиңә баҡыр урынына – алтын,
Тимер урынына – көмөш,
Ағас урынына – баҡыр,
Таштар урынына тимер килтерермен.
Именлекте – идарасың,
Дөрөҫлөктө күҙәтсең итеп ҡуйырмын.
18Башҡаса ереңдә йәбер-золом,
Биләмәңдә ҡыйралыш,
Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ.
Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“тип атарһың,
Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“тигән исем бирерһең.
19Инде көндөҙ яҡтылығың ҡояш булмаҫ,
Ай ҙа һиңә нурын бирмәҫ;
Раббы – һинең мәңгелек яҡтыртҡысың,
Аллаң һинең шөһрәтең буласаҡ.
20Һинең ҡояшың байымаҫ, айың йәшеренмәҫ,
Сөнки Раббы Үҙе һинең мәңгелек нурың буласаҡ,
Йәшле көндәрең шулай тамам булыр.
21Бөтөн халҡың тәҡүә булыр;
Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер.
Улар – Мин ултыртҡан үҫенте,
Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.
22Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр,
Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр.
Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».
Copyright information for
BakIBT2023