Isaiah 61:1-2
Ҡотолоу хаҡында һөйөнөслө хәбәр
1Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә,Сөнки Раббы мине мәсехләне;
Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә,
Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә,
Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә,
Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.
2Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын,
Аллабыҙҙың үс аласаҡ көнөн белдерергә,
Хәсрәтлеләрҙе йыуатырға,
Copyright information for
BakIBT2023