‏ Isaiah 62

Йәрүсәлимдең яңы исеме

1Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға,
Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем
Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам,
Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам.
2Ҡәүемдәр һинең еңеүеңде,
Бөтә батшалар даныңды күрер.
Раббы Үҙе ҡушҡан яңы исем менән аталырһың.
3Һин – Раббының ҡулында гүзәл бер сәллә,
Аллаңдың усында батша тажы буласаҡһың.
4Инде һине – «ташландыҡ»,
Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр;
Уның урынына һине «һөйгәнем минең»,
Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр.
Сөнки Раббы һине һөйөр,
Илең дә хужалы-ирле булыр.

5Егет ҡыҙға өйләнгәндәй,
Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр.
Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана,
Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр.

6Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим,
Мин һаҡсылар ҡуйҙым.
Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ.
Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар,
Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ!
7Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға,
Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем
Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ!

8Раббы Үҙенең уң ҡулын,
Көслө ҡулын, күтәреп ант итте:
«Инде ашлығыңды дошмандарға ризыҡ итеп бирмәм,
Яттар һинең михнәтләнеп
Һыҡҡан шарабыңды эсмәҫ бүтән.
9Ашлыҡты кем урған, шул ризыҡланыр,
Ул Раббыға маҡтау йырлар.
Йөҙөмдө йыйғандар шарапты
Изге ҡорамым ихатаһында эсер».

10Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан!
Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ!
Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ,
Таштарынан таҙартығыҙ!
Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!
11Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе:
«Сион-ҡыҙға әйтегеҙ:
„Ана Ҡотҡарыусың килә;
Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“.
12Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“тиерҙәр.
Ә һине, Йәрүсәлим,
„Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“тип атарҙар».
Copyright information for BakIBT2023