‏ Isaiah 63

Раббының ҡөҙрәте

1Эдомдан килә ятҡан кем?
Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул?
Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә
Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем?

«Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе,
Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».
2Кейемдәрең ниңә ҡыҙыл?
Өҫ-башың ни өсөн һут һыҡҡыста
Йөҙөм тапаған кешенекеләй?

3«Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым;
Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине.
Асыу менән тапаным уларҙы,
Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым.
Ҡандары кейемемә сәсрәне;
Бөтөн өҫ-башымды бысратты.
4Эйе, Мин үс алыу көнөн тәғәйенләгәйнем,
Халҡымды йолоп алыр йыл килде.
5Баҡтым, ярҙам итер һис берәү юҡ ине,
Терәк булыр һис кем булмағанға хайран ҡалдым;
Шул сағында Үҙ ҡулым еңеү килтерҙе,
Асыуым Миңә таяныс булды.
6Асыу менән тапаланым халыҡтарҙы,
Ярһыу менән иҫерттем уларҙы,
Ҡандарын ергә ағыҙҙым».

Раббының мәрхәмәте

7Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен,
Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре,
Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын;
Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән
Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын!

8Раббы әйтте:
«Дөрөҫ, улар – Минең халҡым,
Миңә хыянат итмәйәсәк балаларым!»
Шулай итеп, Алла уларға Ҡотҡарыусы булды.
9Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды.
Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде.
Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды.
Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.

10Әммә улар баш күтәреп
Уның Изге Рухын рәнйеттеләр.
Шуға күрә Ул уларға дошман булды,
Уларға ҡаршы һуғышты.
11Унан халыҡ әүәлге көндәрҙе,
Муса заманын иҫкә төшөрҙө.
Үҙ көтөүен һәм көтөүселәрен
Диңгеҙҙән алып сыҡҡан,
Араларына Изге Рухын ебәргән,
12Үҙенең ҡеүәтле көсө менән
Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған,
Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн
Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?
13Раббы уларҙы диңгеҙ төбөнән алып сыҡты.
Тигеҙ ерҙә йөрөгән ат һымаҡ, улар һис абынмай үтте.
14Үҙәнгә төшөп ял иткән көтөү кеүек,
Раббы Рухы уларға тыныслыҡ бирҙе.
Эйе, Үҙ исемеңде данлар өсөн
Халҡыңа Һин шулай юл күрһәттең.

Шәфҡәт һәм ярҙам һорап ялбарыу

15Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара,
Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал!
Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең?
Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде
Беҙҙән ҡыҙғандың.
16Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ!
Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған,
Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла,
Атабыҙ Һинһең, йә Раббы,
Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең –
«Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең».
17Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә
Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың?
Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең?
Ҡолдарың хаҡына,
Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы!
18Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына
Изге торлағыңа хужа булды,
Инде уны дошмандарыбыҙ
Үҙҙәренең аяҡ аҫтарына һалды.
19Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән,
Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.
Copyright information for BakIBT2023