‏ Isaiah 64

1 2Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән!
Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән,
Һыу бығырҙап ҡайнағандай,
Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине!
Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең,
Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине!
3Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның,
Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар.
4Үҙенә өмөт бағлағандарға
Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә.
Борондан бирле Һинән башҡаны
Һис бер күҙҙең күргәне,
Һис берәүҙең ишеткәне,
Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.
5Ҡыуаныс менән тәҡүә ғәмәлдәр ҡылған,
Һинең юлдарыңдан йөрөгән,
Һинең әмерҙәреңде онотмағандарҙы
Һәр йәһәттән хуплап ҡаршылайһың.
Һин асыуландың – беҙ оҙаҡ гонаһ ҡылдыҡ.
Инде ҡотолоу таба алырбыҙмы?
6Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ,
Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек.
Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ,
Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.
7Исемеңде әйтеп саҡырған,
Һин тип йән атҡан бер кем юҡ.
Шуға күрә беҙҙән йөҙ йәшерҙең,
Беҙҙе үҙ ғәйептәребеҙҙең ихтыярына бирҙең.

8Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ!
Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе.
Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулдарыңдың эше.
9Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма,
Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма.
Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың!
10Изге ҡалаларың сүлгә әйләнде,
Сион – сүллек,
Йәрүсәлим бушап ҡалды.
11Аталарыбыҙ Һине данлаған урын –
Мөҡәддәс һәм күркәм ҡорамыбыҙ яндырылды,
Бөтә ҡәҙерле нәмәбеҙ һәләк булды.
12Быларҙан һуң да, йә Раббы,
Үҙеңде тыйып торорһоңмы?
Өндәшмәйенсә беҙҙе самаһыҙ ғазапларһыңмы?
Copyright information for BakIBT2023