Isaiah 65
Раббы хөкөмө һәм ҡотолоу
1«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем,Мине эҙләмәгәндәргә табылдым.
Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә:
„Мин бындамын – бында!“– тинем.
2Яман юлдан йөрөгән,
Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған
Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы
Ҡулдарымды һуҙып торҙом.
3Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып,
Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп,
Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә.
4Улар ҡәберлектәрҙә ултырып,
Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр,
Сусҡа ите ашайҙар;
Ҡаҙандарында хәрәм ит ҡайнаталар.
5Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор,
Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“.
Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ,
Төтөндәре танауымды әсеттерә.
6Былар барыһы алдымда яҙылған.
Мин өндәшмәйенсә ҡалмам – әжерен ҡайтарырмын.
Ҡылғандарын баштарына төшөрөрмөн.
7Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә,
Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. –
Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр,
Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар.
Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап,
Әжерен тулыһынса бирермен».
8Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда:
„Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр.
Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен,
Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.
9Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын,
Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын.
Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр.
Минең ҡолдарым шунда йәшәр.
10Мине эҙләгән халҡыма
Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау,
Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.
11Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған,
Изге тауымды онотҡан,
Бәхет илаһына табын япҡан,
Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе,
12Ҡылыс хөкөмөнә тапшырырмын:
Һәммәгеҙ теҙ сүгерһегеҙ, боғаҙланырһығыҙ.
Сөнки саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ,
Мин әйттем – тыңламанығыҙ;
Мин яман һанағанды ҡылдығыҙ,
Мин хуш күрмәгәнде һайланығыҙ».
13Шуға күрә Раббы Хаким былай ти:
«Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ.
Ҡолдарым эсер, һеҙ сарсауҙан ғазап сигерһегеҙ.
Улар шатланыр, һеҙ иһә хурлыҡҡа төшөрһөгөҙ.
14Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр,
Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ,
Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ.
15Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында
Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр.
Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер,
Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.
16Был илдә кем үҙенә фатиха һорай,
Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр.
Илдә әгәр берәйһе ант итһә,
Тоғро Алланың исеме менән ант итер.
Элекке ҡайғылар онотолор,
Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».
Яңы күк һәм яңы ер
17Раббы былай ти:«Бына ҡара! Мин яңы күк, яңы ер яратам.
Үткән эштәр инде хәтергә алынмаҫ;
Бүтәнсә башҡа ла инеп сыҡмаҫ.
18Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ;
Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп,
Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам!
19Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн,
Халҡым өсөн шатланырмын.
Унда башҡаса илау тауышы,
Аһ-зар ишетелмәйәсәк.
20Инде унда яңы тыуған сабыйҙар үлмәҫ,
Өлкән йәшкә етмәйенсә, һис кем вафат булмаҫ.
Берәйһе йөҙ йәштә донъя ҡуйһа,
„Йәшләй китте“тип әйтерҙәр,
Йөҙгә етмәй киткәнде ҡарғалған тип һанарҙар.
21Улар, өйҙәр һалып, шунда йәшәр,
Баҡсалар үҫтереп, емешен ашарҙар.
22Инде улар һалған йорттарҙа башҡалар йәшәмәҫ,
Улар үҫтергән йөҙөм ағасының емешен башҡалар ашамаҫ,
Халҡымдың ғүмере ағастар ғүмереләй оҙон булыр,
Мин һайлап алғандар үҙ хеҙмәт емешенең рәхәтен күрер.
23Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ,
Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ.
Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла
Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ.
24Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен,
Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.
25Бүре менән бәрәс бергә утлар,
Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар.
Йыландың ейгәне тупраҡ булыр.
Изге тауымдың бер ерендә лә
Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ».
Раббы шулай ти.
Copyright information for
BakIBT2023