‏ Isaiah 66

Хөкөм һәм өмөт

1Раббы былай ти:
«Күк – тәхетем Минең,
Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс.
Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ?
Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
2Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын,
Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. –
Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә,
Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.

3Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала,
Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба.
Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә,
Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға,
Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға,
Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.
4Мин дә Үҙ юлымды һайлайым:
Уларҙы ғазапҡа дусар итәм,
Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм.
Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы,
Мин һөйләгәндә тыңламанылар,
Мин яман һанағанды эшләнеләр,
Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».

5Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр,
Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ:
«Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған,
Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ:
„Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен,
Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр.
Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».

6Ҡаланан шау-шыу,
Ҡорамдан бер тауыш килә!
Дошмандарынан үс алған Раббы тауышы был.

7«Тулғаҡ тотоп өлгөрмәне, тыуҙырҙы;
Ауыртыныу тоймаҫ борон уҡ бер ул тапты!
8Кемдең бындай хәлде ишеткәне бар?
Быны кемдең күргәне бар?
Бер көн эсендә ил бар булырмы?
Бер юлы халыҡ тыуа алырмы?
Сион иһә тулғағы башланыр-башланмаҫтан
Балаларын тыуҙырҙы.
9Тыуымға килтереп еткерҙем дә
Тыуҙырырға ярҙам итмәмме ни? – ти Раббы. –
Тыуҙырырға ярҙам иткән Мин
Йөктән ҡотолорға ирек бирмәмме? – ти Аллаң.

10Йәрүсәлим менән бергә һөйөнөгөҙ,
Эй уны яратҡандар, барығыҙ ҙа уның өсөн шатланығыҙ.
Йәрүсәлим өсөн йәш түккәндәр,
Уның менән бергә ҡыуанығыҙ.
11Һеҙ әсәйегеҙ Йәрүсәлимдең күкрәк һөтөн имерһегеҙ,
Үҙегеҙгә йыуаныс табырһығыҙ.
Мул ниғмәтен татып, зауыҡланырһығыҙ».

12Раббы былай ти:
«Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ,
Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын.
Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр,
Тубығына ултыртып иркәләр.
13Сабыйын әүрәткән әсә һымаҡ
Мин дә һеҙҙе йыуатырмын;
Йәрүсәлимдә йыуаныс табырһығыҙ.
14Быларҙы күреп, күңелегеҙ шатлыҡҡа тулыр;
Тәнегеҙ йәш үлән һымаҡ ҡеүәтләнер.
Һәр кем белер, Раббы Үҙ ҡолдарына ҡөҙрәтен,
Дошмандарына иһә асыуын күрһәтер».

15Бына ҡара! Раббы ут эсендә килә,
Уның яу арбалары ҡойон шикелле.
Ул ярһып асыуын түгер,
Ажарын ут һымаҡ сәсер.
16Сөнки Раббы бөтә кешелеккә
Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр –
Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр.

17«Әйҙәүселәргә эйәреп баҡсаларға табынырға барыу өсөн үҙҙәрен паклағандар, сусҡа, сысҡан һәм башҡа ерәнгес йәнлектәрҙең итен ашағандар һәммәһе һәләк буласаҡ, – тип белдерә Раббы. – 18Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк.

19Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк. 20Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк. 21Уларҙың араһынан ҡайһы берҙәрен ҡаһин һәм леви итеп алырмын», – ти Раббы.

22«Мин бар ҡыласаҡ яңы күк менән яңы ер һәр ваҡыт хозурымда нисек торған булһа, – тип белдерә Раббы, – тоҡомоғоҙ менән исемегеҙ ҙә күҙ алдымда шулай торасаҡ. 23Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. – 24Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».

Copyright information for BakIBT2023