‏ Isaiah 7

Ахаз батшаға ебәрелгән билдә:

Ғиммануил

1Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа, Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеҡах Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар. 2Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.

3Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине:

– Улың Шеар-Яшув
Шеар-Яшув – йәһүд телендә «иҫән ҡалғандар кире ҡайтыр» тигән мәғәнәлә.
менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора.
4Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен! 5Арамиҙар, Әфраим һәм Ремалъяһ улы менән бергә, һиңә ҡаршы яуыз ниәт йөрөтә. Әйтәләр: 6„Әйҙә, Йәһүҙәгә барайыҡ, халҡына ҡурҡыу һалайыҡ, илде ҡулыбыҙға төшөрәйек һәм Тавеил улын батша итеп ҡуяйыҡ“».

7Әммә Раббы Хаким былай ти:

«Был эш барып сыҡмаясаҡ, ғәмәлгә ашмаясаҡ.
8Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы;
Ресин да бары тик Дамасктың башлығы.
Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер,
Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.
9Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы,
Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы.
Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ,
Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».

10Раббы Ахазға тағы ла былай тине:

11– Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын.

12Әммә Ахаз:

– Һорамайым, Раббыны һынамайым, – тине.

13Шунан һуң Ишағыяһ:

– Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?
14Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын
Йәш ҡатын – Септуагинта, йәғни боронғо грек теленә тәржемәлә һәм уға нигеҙләнгән «Маҫҫайос», 1:23 аятында «ғиффәтле ҡыҙ» тип бирелгән.
ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил
Ғиммануил – йәһүд телендә «Алла беҙҙең менән» тигән мәғәнәлә.
тигән исем ҡушыр.
15Бала, ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, бал да май менән туҡланыр. 16Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.

17Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.

18Ул көндө Раббы Мысыр йылғалары тамағындағы себенгә, Ашшур ерендәге бал ҡортона һыҙғырыр. 19Улар уйһыуҙарға һәм ҡаялар араһындағы йырындарға, ҡыуаҡлыҡтарға, көтөүлектәргә осоп килеп ҡуныр. 20Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.

21Ул көндө бер тана менән ике һарыҡ аҫыраған кеше 22улар биргән мул һөттөң эремсеген ашар. Илдә тороп ҡалғандар барыһы ла эремсек һәм бал менән туйыныр.

23Ул көндө мең шекел көмөш торорлоҡ мең йөҙөм ағасы үҫкән урындар сәнскәк һәм билсән менән ҡапланыр. 24Кешеләр унда уҡ менән йәйә тотоп йөрөр, сөнки бөтә ерҙе сәнскеле ҡыуаҡ ҡаплап алыр. 25Ҡасандыр кәтмән менән йомшартылған тау биттәренә инде сыҡмаҫһың, сәнскеле ҡыуаҡлыҡтарҙан ҡурҡырһың; унда һыйырҙар йөрөр, һарыҡтар тапар.

Copyright information for BakIBT2023