Isaiah 8
Билдә:
Маһер-Шалал-Хаш-Баз
1Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» ▼▼ Маһер-Шалал-Хаш-Баз – йәһүд телендә «тиҙ тала, йәһәт эләктер» тигән мәғәнәлә.
тип яҙ. 2Урияһ ҡаһин менән Йәвәрәхъяһ улы Зәкәрьяһты үҙемә ышаныслы шаһит итеп һайланым. 3Бынан һуң пәйғәмбәр булған ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылдым һәм ул, ауырға ҡалып, ир бала тапты. Раббы миңә: – Уға Маһер-Шалал-Хаш-Баз тип исем ҡуш, – тине. – 4Сөнки сабый: «Атай, әсәй», – тип әйтеп өйрәнгәнгә тиклем үк Ашшур батшаһы Дамасктың байлығы менән Самарияла таланған табышты үҙе менән алып китәсәк. 5Раббы тағы ла миңә былай тине: 6– Был халыҡ, тын ғына аҡҡан Шилоах ▼▼ Шилоах – Йәрүсәлимдәге Гихон шишмәһенән һыу алған ағым.
һыуҙарын һанға һуҡмайынса,Ресин менән Ремалъяһ улына һоҡлана икән,
7Мин бөйөк Хаким, Евфраттың ҡөҙрәтле ташҡын һыуҙарын –
Ашшур батшаһы менән уның ҡеүәтен –
Был халыҡтың өҫтөнә ебәрәм.
Ошо ташҡын бөтә үҙәндәрҙе тултырып,
Ярҙарынан ташып сығасаҡ,
8Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп,
Уның боғаҙына етәсәк.
Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп,
Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!
9Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ!
Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ!
Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ!
Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!
10Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер!
Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ.
Сөнки Алла беҙҙең менән!
Раббының киҫәтеүе
11Раббы миңә, был халыҡ тотҡан юлдан бармаҫҡа иҫкәртеп, ҡөҙрәтле ҡулын өҫтөмә ҡуйған килеш былай тине: 12– Был халыҡтың йәшерен эш тигәненҺеҙ йәшерен һанамағыҙ.
Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ, тетрәнмәгеҙ.
13Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ.
Унан ғына ҡурҡығыҙ,
Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.
14Ул Изге торлаҡ булыр,
Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн
Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая,
Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн
Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр.
15Күптәр һөрөнөп йығылыр ҙа имгәнер,
Тоҙаҡҡа төшөп тотолор.
16Ошо һүҙҙәр яҙылған шаһитнамәне бәйләп ҡуй, өйрәткәндәремә шәкерттәрем алдында мөһөр баҫ. 17Яҡуп нәҫеленән йөҙөн йәшергән Раббыға ышанам мин, өмөтөм Унда. 18Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ. 19Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ. 20Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ. 21Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар, 22күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ.
Copyright information for
BakIBT2023