‏ Isaiah 9

Именлек Хакимы

1Элекке ваҡытта Зевулун менән Нафтали ерҙәрен түбәнһеткән Раббы, киләсәктә диңгеҙ юлын, Иордандың аръяғын, ят ҡәүемдәр йәшәгән Галилеяны данға күмер.

2Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ
Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе.
Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны.
3Йә Раббы! Был халыҡты ишәйттең,
Уның ҡыуанысын арттырҙың.
Ураҡ ваҡытында һөйөнгәндәй,
Яумал бүлешкәндә шатланғандай,
Улар Һинең хозурыңда ҡыуаналар.
4Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты –
Елкәләрен баҫып торған йөктө,
Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын
Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың.
5Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр,
Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр,
Ялҡынға ем булыр.
6Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы –
Беҙгә бер улан бирелде.
Хакимлыҡ уның яурынында булыр,
Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе,
Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата,
Именлек Хакимы тип аталыр.
7Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр,
Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр.
Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр.
Был бөгөндән алып мәңге дауам итер.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны
Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.

Раббының Исраилға асыуы

8Яҡупҡа хәбәр ебәрҙе бөйөк Хаким,
Был һүҙ Исраилдың өҫтөнә төштө.
9Бөтә халыҡ –
Әфраимда, Самарияла йәшәүселәр –
Был хаҡта хәбәрҙар булды.
Улар эреләнеп һәм тәкәбберләнеп әйтте:
10«Кирбес йорттар йығылған икән,
Шымартылған таштан һалырбыҙ;
Ҡырағай инжир ағастары ҡырҡылған икән,
Кедрға алмаштырырбыҙ».
11Шуға Раббы Ресиндың дошмандарын күтәрҙе,
Уға ҡаршыларҙы ҡотортто.
12Көнсығыштан арамиҙарҙы,
Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы.
Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо.
Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ,
Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.
13Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне.
14Шуға күрә Раббы Исраилдың
Башын да, ҡойроғон да,
Хөрмә ботағын да, ҡамышын да
Бер көндө ҡырҡып ырғытыр.
15Баш тигәне – аҡһаҡал менән ил ағалары,
Ҡойроғо – ялғанға өйрәткән пәйғәмбәрҙәр.
16Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр,
Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.
17Шуға күрә бөйөк Хаким
Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ,
Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ.
Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз,
Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй.
Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ,
Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.
18Сөнки залимлыҡ ут һымаҡ
Сәнскәкте, билсәнде ялмап алыр,
Ҡара урмандарҙа ялҡынланыр,
Төтөн бағанаһы күтәрелер.
19Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы
Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр,
Халыҡ ялҡынға ем булыр,
Туған туғанын йәлләмәҫ.
20Уңын киҫерҙәр ҙә ас ҡалырҙар,
Һулын ашарҙар – туймаҫтар;
Һәр кем үҙ яҡынын ашар.
21Менашше Әфраимды,
Әфраим Менашшены ейер,
Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар.
Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ,
Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.
Copyright information for BakIBT2023