‏ Jeremiah 1

1Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был. 2Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы дәүерендә – уның хакимлығының ун өсөнсө йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. 3Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.

Йермеяһтың саҡырылыуы

4Миңә Раббы һүҙе булды:

5– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем,
Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым,
Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.

6Мин Уға:

– Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым.

7Ләкин Раббы миңә былай тине:

– Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.
8Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.

9Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине:

– Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.
10Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән
Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу,
Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям!

11Миңә Раббы һүҙе булды. Ул минән:

– Эй Йермеяһ, нимә күрәһең? – тип һораны.

Мин:

– Баҙам
Баҙам – руссаһы: миндаль.
ботағын күрәм, – тип яуап бирҙем.

12– Дөрөҫ күрәһең, – тине Раббы. – Әйткәнемдең тиҙерәк бойомға ашыуын һәр ваҡыт уяу күҙәтәм
Бында һүҙ уйнатыу: йәһүд телендә «баҙам» һәм «уяу» – ауаздаш һүҙҙәр.
.

13Миңә тағы Раббы һүҙе булды:

– Нимә күрәһең?

– Төньяҡта бер ҡайнап торған ҡаҙан күрәм, ул беҙҙең яҡҡа ауышҡан, – тип яуап ҡайтарҙым.

14Раббы миңә былай тине:

– Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер.
15Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың
Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. –
Улар килер, батшалары тәхеттәрен
Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына,
Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып,
Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.
16Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн
Халҡыма хөкөм ойошторам,
Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы,
Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп,
Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды.

17Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән!
Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер.
Уларҙан ҡурҡма,
Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.
18Бына, Мин бөгөн һине
Нығытмалы ҡала, тимер бағана,
Баҡыр диуар итеп бөтә был илгә –
Йәһүҙәнең батшалары, түрәләренә,
Ҡаһиндарына, ил халҡына ҡаршы ҡуйҙым.
19Улар һиңә ҡаршы һуғышыр,
Әммә һине еңә алмаҫ,
Сөнки Мин һинең менән булырмын,
Һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.
Copyright information for BakIBT2023