Jeremiah 10
Раббы – берҙән-бер хаҡ Алла
1Раббының һеҙгә әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, эй Исраил халҡы! 2Раббы былай ти:«Башҡа ҡәүемдәрҙең юлын ҡыумағыҙ,
Күктәге улар өрккән билдәләрҙән ҡурҡмағыҙ.
3Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә:
Урманда ағас ҡырҡалар,
Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.
4Шунан алтын-көмөш менән матурлайҙар,
Ҡыймылдамаһын өсөн ҡаҙаулап ҡағалар.
5Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы –
Һөйләшә алмайҙар;
Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк,
Сөнки үҙҙәре атлай алмай.
Ҡурҡмағыҙ уларҙан,
Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың,
Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».
6Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ!
Һин бөйөкһөң,
Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.
7Эй халыҡтар Батшаһы,
Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы?
Һин быға лайыҡһың.
Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында,
Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!
8Улар алйот һәм аңралар.
Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк?
Улар бит ағастан яһалған!
9Таршиштан – сүкелгән көмөш,
Уфаздан алтын алып киләләр.
Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды
Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр,
Барыһы – егәрле оҫталар эше.
10Әммә Раббы – хаҡ Алла!
Ул – тере Алла, мәңгелек Батша.
Асыуланғанында ер тетрәнә,
Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.
11Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ. 12Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты,
Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо,
Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.
13Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай,
Ер сигенән болоттар күтәрә.
Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә,
Келәттәренән елдәр сығара.
14Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан;
Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала,
Яһаған һындары ялған,
Уларҙың өнө-тыны юҡ.
15Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар,
Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.
16Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө,
Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы,
Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе,
Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!
Һөргөнгә ҡыуылыу
17Эй ҡамауҙа ултырған Йәрүсәлим халҡы!Әйберҙәреңде ерҙән йыйнап ал!
18Раббы былай ти:
«Мин был юлы ошо ерҙә йәшәүселәрҙе
Һапҡы менән алып бырғайым.
Уларға бәлә килтерәм, тойһондар,
Дошмандары уларҙы тотоп алһын».
19Ҡайғы миңә, ауыр яраларым!
Һыҙланыуым үҙәгемә үтә.
Әммә әйттем: «Был минең хәсрәтем,
Мин уға сыҙарға тейешмен».
20Сатырым йығылған, бауҙары өҙөлгән;
Балаларым китте, улар юҡ булды.
Сатырымды торғоҙоусы,
Япмаларын ҡороусы ҡалманы.
21Халыҡтың көтөүселәре алйот,
Улар Раббынан кәңәш һорамай.
Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай,
Бөтә көтөүҙәре таралды.
22Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә!
Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә!
Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа,
Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк.
23Эй Раббы, мин беләм,
Әҙәм затының яҙмышы үҙенән тормай,
Аҙымдары үҙ ихтыярында түгел.
24Мине асыу менән түгел,
Ғәҙеллек менән Һин төҙәт, Раббы,
Юҡһа мине һәләк итерһең.
25Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә,
Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк.
Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны,
Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр,
Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.
Copyright information for
BakIBT2023