Jeremiah 11
Килешеүҙең боҙолоуы
1Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. 2– Был килешеүҙә әйтелгәндәрҙе тыңлағыҙ! Һин уны Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә еткер. 3Әйт уларға, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Был килешеүҙең шарттарын үтәмәгән һәр бер кешегә ләғнәт булһын! 4Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. 5Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем. 6Раббы миңә былай тине: – Бөтә был һүҙҙәрҙе Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында иғлан ит. Әйт уларға: «Был килешеүҙең шарттарын тыңлағыҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ. 7Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем. 8Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем». 9Шунан Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр Миңә ҡаршы фетнә ойошторҙо. 10Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо. 11Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен. 12Шул саҡта Йәһүҙә ҡалалары халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр үҙҙәре хуш еҫ төтәткән илаһтарға барып ялбарасаҡ. Әммә бәлә килгәндә был илаһтар бер нисек тә ярҙам итмәйәсәк. 13Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса». 14Һин, Йермеяһ, был халыҡ өсөн һорама, ялбарма, улар өсөн доға ҡылма. Бәләгә ҡалғас Мине саҡырғандарында, уларҙы тыңламаясаҡмын. 15«Һөйгән халҡым, күпме яуызлыҡтар ҡылғандан һуңМинең йортомда булырға ни хаҡың бар?
Был ҡорбан ите һине бәләнән ҡотҡара алмаясаҡ,
Сөнки һин ҡәбәхәтлек ҡылғанда һөйөнәһең».
16Раббы һине «суҡ япраҡлы,
Мул емешле зәйтүн ағасы» тип атағайны.
Әммә күктәр дәһшәтле күкрәгән саҡта
Ул ағасҡа ут төртөр,
Уның ботаҡтары янып бөтөр.
17Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.
Йермеяһҡа ҡаршы ҡоролған мәкер
18Миңә Раббы Үҙе асып бирҙе, шуға беләм:Ул миңә дошмандарымдың яуыз эштәрен күрһәтте.
19Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын.
Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын.
Ә улар былай тигән:
«Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек,
Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ,
Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».
20Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы,
Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе,
Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым!
21Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермеяһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай. 22Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр. 23Бер кем дә иҫән ҡалмаҫ. Яза йылында Ғанаҫоҫ халҡының башына һәләкәт ебәрәсәкмен».
Copyright information for
BakIBT2023