Jeremiah 12
Йермеяһтың Раббыға зарланыуы
1Һинең менән дәғүәләшкәнемдә,Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым.
Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен,
Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен.
Ниңә яуыздарҙың эше уңа?
Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?
2Уларҙы Һин ултырттың – тамыр йәйҙеләр,
Үҫтеләр, емеш бирәләр;
Исемеңде телдән төшөрмәйҙәр,
Ләкин күңелдәре Һинән йыраҡ.
3Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең,
Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың.
Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит,
Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй.
4Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр?
Яландарҙа бөтә үлән ҡорор?
Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында
Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була.
Был әҙәмдәр иһә әйтә:
«Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».
Раббының яуабы
5«Йәйәүлеләр менән ярышып хәлдән таяһың икән,Аттар менән нисек ярышырһың?
Тыныс илдә һөрлөгөп ятаһың икән,
Иордан буйындағы шырлыҡтарҙы нисек үтерһең?
6Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң –
Улар ҙа хыянат итте һиңә,
Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар.
Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә,
Ышана күрмә уларға».
7«Мин ил-йортомдо ташланым,
Үҙ биләмәмдән баш тарттым;
Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.
8Үҙ халҡым Миңә урмандағы арыҫлан һымаҡ булды,
Ул Миңә ҡаршы тауыш күтәрҙе;
Шуға күрә уға нәфрәтләндем.
9Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды.
Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды!
Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ,
Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.
10Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте,
Биләмәмде тапап бөттө,
Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.
11Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр,
Ташландыҡ ерем алдымда илап ята.
Бөтөн ил емереклеккә ҡалды –
Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.
12Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап
Баҫҡынсылар килә.
Раббының ҡылысы илде
Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр,
Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә.
13Минең халҡым бойҙай сәсте,
Билсән урып алды,
Хәлдән тайғансы эшләне,
Әммә файҙаһын күрмәне.
Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында
Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».
Раббының Үҙенә хеҙмәт иткән ҡәүемдәрҙе ярлыҡауы
14Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам. 15Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын. 16Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар. 17Ә Мине тыңламаған халыҡты төбө-тамыры менән йолҡоп юҡ итермен, – тип белдерә Раббы.
Copyright information for
BakIBT2023