‏ Jeremiah 13

Етен билбау

1Раббы миңә былай тине:

– Бар, үҙеңә етен билбау һатып алып билеңә быу, ләкин уны һыуға тейҙермә.

2Мин, Раббы ҡушҡанса, билбау һатып алып, билемә быуҙым. 3Шунан миңә тағы Раббы һүҙе булды:

4– Һатып алып билеңә быуған билбауыңды ал да юлға сыҡ. Евфрат йылғаһына бар ҙа билбауҙы ундағы берәй ҡая ярығына йәшереп ҡуй.

5Мин Евфратҡа барҙым да, Раббы бойорғанса, билбауҙы йәшереп ҡуйҙым.

6Байтаҡ көндәр үткәндән һуң, Раббы миңә:

– Тор, Евфратҡа бар ҙа Мин һиңә йәшереп ҡуйырға ҡушҡан билбауҙы ал, – тине.

7Мин, шунда барып, үҙем йәшереп ҡуйған урындан билбауҙы ҡаҙып алдым. Тик ул серегән, бер нәмәгә лә ярамаҫлыҡ булып ҡалғайны.

8Шунда миңә Раббы һүҙе булды.

9– Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм. 10Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр. 11Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».

Шарап турһыҡтары

12– Һин, Йермеяһ, уларға еткер, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һәр турһыҡҡа шарап тултырылырға тейеш». Улар һиңә: «Әллә беҙ һәр турһыҡҡа шарап тултырылғанын белмәй тиһеңме?» – тип әйтһә, 13уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам. 14Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым».

Һөргөн ҡурҡынысы

15Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ,
Тәкәббер булмағыҙ.
Сөнки Раббы шулай тине.
16Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы,
Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем
Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ!
Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ,
Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә,
Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
17Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ,
Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә
Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын,
Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр,
Сөнки Раббының көтөүе
Әсирлеккә алып кителә.

18«Батша менән батшаның әсәһенә әйт:
„Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ,
Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».
19Негевтағы ҡалалар бикләнгән.
Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ.
Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде,
Тотошлай һөргөнгә ебәрелде.

20Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ,
Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ.
Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим?
Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың?
21Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе
Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең?
Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?
22Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә:
«Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, –
Һин үтә күп гонаһ ҡылдың,
Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.

23«Куш кешеһе – тәненең төҫөн,
Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы?
Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс,
Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.
24Сүлдән иҫкән ел кәбәкте туҙҙырғандай,
Мин һеҙҙе һибеп ебәрермен.
25Был – һиңә төшкән йәрәбә.
Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. –
Сөнки һин Мине оноттоң,
Ялғанға өмөт бағланың.
26Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын,
Әйҙә оятың күренһен.
27Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә
Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде:
Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде,
Уйнаш итеүеңде күреп торҙом.
Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим!
Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»
Copyright information for BakIBT2023