Jeremiah 14
Ҡоролоҡ һәм ялған пәйғәмбәрҙәр
1Раббының Йермеяһҡа ҡоролоҡ тураһында һүҙе булды. 2«Йәһүҙә йәш түгә,Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан,
Ҡарайышып улар ерҙә аунай.
Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай!
3Затлылар хеҙмәтселәрен һыуға ебәрә;
Улары һыу һаҡлағыс соҡорға бара – унда һыу юҡ.
Буш һауыттарын тотоп кире ҡайталар –
Сараһыҙлыҡтан аптырап, баштарын ҡаплайҙар.
4Ямғыр булмағанға тупраҡ ярғысланып бөткән.
Игенселәр ҙә аптырап башын аймай.
5Ҡырҙа үлән булмағанға
Хатта болан яңы тыуған быҙауын ташлап китә.
6Ҡырағай ишәктәр, ҡаҡ түбәгә баҫып,
Сүл бүреһе кеүек йыш-йыш һулыш ала;
Уларҙың күҙҙәре тонған,
Сөнки бер ҡабым үлән ҡалмаған».
7Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә,
Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы!
Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек,
Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.
8Эй Исраилдың Өмөтө,
Ҡайғылы сәғәттә Ҡотҡарыусыбыҙ!
Ниңә Һин был ерҙә килмешәктәй,
Ҡунырға туҡталған үткенсе кеүекһең?
9Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай,
Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың?
Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа!
Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның,
Ташлама беҙҙе!
10Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын. 11Шунан Раббы миңә: – Был халыҡҡа яҡшылыҡ юллап Миңә ялбарма, – тине. – 12Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым. 13Шунда мин Уға: – Эй Раббы Хаким! Пәйғәмбәрҙәр был халыҡҡа: «Ҡылыс йөҙө күрмәҫһегеҙ, аслыҡ кисермәҫһегеҙ, сөнки был төйәктә һеҙгә ышаныслы тыныслыҡ бирәм», – тип вәғәҙә биреүең хаҡында һөйләйҙәр бит, – тинем. 14– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр. 15Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер. 16Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм». 17Һин уларға шулай тип әйт:
«Күҙҙәремдән йәшем аҡһын,
Көнө-төнө туҡтамаһын,
Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым
Тәрән бер йәрәхәт алды,
Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.
18Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята,
Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм!
Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап
Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».
19Йәһүҙәнән Һин бөтөнләй баш тарттыңмы?
Күңелеңә нәфрәтлеме Сион?
Ниңә беҙгә төҙәлмәҫлек яра һалдың?
Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне;
Шифа тапмаҡсы инек, әммә ҡазаға дусар булдыҡ.
20Ҡылған енәйәттәребеҙҙе,
Ата-бабаларҙың ғәйептәрен
Беҙ таныйбыҙ, Раббы, –
Һинең алда гонаһлыбыҙ!
21Исемең хаҡына беҙҙе инҡар итмә,
Дан тәхетеңде хурлыҡҡа төшөрмә,
Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңде иҫеңдә тот,
Зинһар, килешеүеңде боҙма.
22Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы?
Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы?
Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы?
Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.
Copyright information for
BakIBT2023