‏ Jeremiah 15

Йәһүҙә халҡына һәләкәт

1Раббы миңә былай тине:

– Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!
2Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти:

«Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә.
Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа.
Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа,
Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».

3Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым. 4Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.

5«Кем ҡыҙғаныр һине, Йәрүсәлим,
Кем һинең өсөн әсенер икән?
Хәлеңде һорашырға тип, юлын бүлеп,
Кем яныңа килер икән?
6Һин Мине ташланың, – тип белдерә Раббы. –
Миңә һыртың менән боролдоң.
Шуға ла Мин һиңә ҡул күтәрәм, һәләк итәм;
Мин һине йәлләп арыным.
7Халҡымды һәнәк менән елгәргәндәй,
Илдең бөтә ҡалаларынан кәбәк кеүек осороп ебәрәм.
Уларҙы балаһыҙ ҡалдырам, һәләк итәм,
Сөнки яман юлдарын ҡуймайҙар.
8Тол ҡатындарын диңгеҙ ҡомонан да күберәк итермен.
Егеттәрҙең әсәләренә ҡаршы
Көпә-көндөҙ талаусылар ебәрермен.
Көтмәгәндә баштарына дәһшәт менән шом һалырмын.
9Ете бала тапҡан ҡатын
Хәлдән тайып аҡтыҡ һулыш ала.
Ҡояшы көпә-көндөҙ байыны,
Оятына батып, мәсхәрәгә ҡалды.
Иҫән ҡалғандарын ҡылысҡа бирәм –
Дошмандарына тапшырам», – тип белдерә Раббы.

Йермеяһтың зары

10Ҡайғы миңә!
Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән?
Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем.
Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем,
Бер кемдән дә бурысҡа алманым,
Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра.

11Раббы былай тине:
«Һиңә мотлаҡ игелек ҡылып, азат итермен,
Бәлә килгән хәсрәтле заманда
Дошмандарыңды һиңә ялбарырға мәжбүр итермен.
12Тимерҙе, төньяҡтан килгән тимер менән баҡырҙы
Кем һындыра ала?
13Бөтә илеңдә ҡылынған барлыҡ гонаһтар өсөн
Һинең байлығың һәм хазиналарыңды
Дошмандарға еңел табыш итеп бирәм, Йәһүҙә.
14Үҙегеҙ белмәгән илдә
Дошмандарығыҙға хеҙмәт иттерермен.
Минең һеҙгә асыуым ҡабынды,
Ул һеҙгә ҡаршы ялҡынланып яна».

15Мин Раббыға әйттем:
«Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың,
Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала.
Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал.
Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә,
Һин тип хурланғанымды онотма.
16Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом,
Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды.
Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның,
Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.
17Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым,
Улар менән күңел асманым;
Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым,
Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.
18Ни өсөн минең һыҙланыуым баҫылмай?
Ниңә йәрәхәтем төҙәлмәй, уңала алмай?
Минең өсөн иң кәрәктә ҡороп ҡалыр инеш,
Ышанысһыҙ шишмә булырһың микән ни?»

19Быға ҡаршы Раббы былай тип яуап бирҙе:
«Әгәр ҙә һин Миңә кире ҡайтһаң,
Һине йәнә ҡабул итеп, хеҙмәтемә алырмын.
Сүп-сарҙан аҫылды айыра белһәң,
Минең телем кеүек булырһың.
Шул ваҡыт һин халыҡ алдына бармаҫһың,
Ә улар һинең алдыңа килер.
20Мин һине был халыҡ ҡаршыһында
Ҡаҡшамаҫ баҡыр диуар итермен.
Һиңә ҡабат-ҡабат ташланырҙар,
Ләкин һине еңә алмаҫтар.
Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын,
Һине ҡотҡарып азат итермен, – тип белдерә Раббы. –
21Мин һине залимдарҙан азат итермен,
Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».
Copyright information for BakIBT2023