‏ Jeremiah 17

Йәһүҙәнең гонаһы һәм Раббының язаһы

1«Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды,
Йөрәктәренең таҡтаташына,
Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә
Алмас осо менән уйылды.
2 3Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында,
Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа,
Шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған
Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр.
Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн
Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды,
Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен.
4Мин һиңә биргән биләмәңдән
Үҙ ғәйебең арҡаһында мәхрүм ҡаласаҡһың.
Үҙең белмәгән ерҙә дошмандарыңа
Ҡол итәсәкмен Мин һине.
Сөнки һеҙ нәфрәт утымды тоҡандырҙығыҙ,
Ул һүнмәҫ ялҡын булып янасаҡ».

5Раббы былай ти:
«Өмөтөн әҙәм затына бағлаған,
Фани бәндәнең көсөнә ышанған,
Йөрәге Раббынан ситкә боролған кеше ләғнәтле.
6Ул далалағы сәнскәк кеүек булыр,
Яҡшылыҡтың килгәнен күрмәҫ.
Сүлдәге ташлы ерҙәрҙә,
Тоҙло тупраҡта, кешеһеҙ урында ғүмер һөрөр.
7Раббыға өмөт бағлаған кеше фатихалы,
Раббы – уның ышанысы!
8Бындай кеше һыу буйына ултыртылған,
Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш.
Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ,
Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр.
Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ,
Емеш биреүҙән туҡтамаҫ.

9Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ,
Уны дауалап булаһы түгел.
Уны кем һуң аңлай алыр?
10Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм,
Кешенең булмышын һынайым.
Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә,
Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.

11Хаҡһыҙ юл менән байлыҡ туплаған әҙәм
Үҙе һалмаған йомортҡаны баҫҡан ағуна кеүек:
Ғүмер уртаһында бөтә мөлкәтенән яҙыр,
Ахырында – алйот булып ҡалыр».

12Беҙҙең Изге торлағыбыҙ торған урын –
Башланмыштан уҡ юғары ҡуйылған дан тәхете.

13Эй Исраилдың өмөтө Раббы!
Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр.
Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр,
Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар.

Йермеяһтың доғаһы

14Йә Раббым, мине шифала – һауығайым;
Ҡотҡар мине – ҡотолайым –
Сөнки мин Һине маҡтайым.
15Ҡара, улар миңә:
«Ҡайҙа Раббының һүҙе?
Әйҙә, әйткәне ғәмәлгә ашһын!» – тиҙәр.
16Мин халҡыңа көтөүсе булыуҙан ҡасманым,
Һәләкәт көнө килеүен көҫәмәнем.
Ауыҙымдан сыҡҡан һәр һүҙҙе беләһең, Раббы,
Улар Һинең хозурыңда.
17Минең өсөн дәһшәт булмаһаңсы!
Афәт көнөндә Һин – минең һыйынысым.
18Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын,
Мине иһә хур булыуҙан һаҡла.
Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын,
Мине дәһшәт урап үтһен.
Уларға ебәр һәләкәт көнөн,
Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат!

Шәмбе көнөн тотоғоҙ

19Раббы миңә былай тине:

– Йәһүҙә батшалары инеп-сығып йөрөгән Халыҡ ҡапҡаһы янына барып тор, шунан Йәрүсәлимдең башҡа ҡапҡалары янына бар.
20Ундағы халыҡҡа әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары, Йәһүҙә халҡы, был ҡапҡаларҙан үтеп йөрөгән Йәрүсәлим кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! 21Раббы былай ти: „Йәнегеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәгеҙ, шәмбе көндө йөк ташымағыҙ, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк күтәреп инмәгеҙ. 22Шәмбе көндө өйҙәрегеҙҙән йөк алып сыҡмағыҙ, бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгеҙ – ул көндө изге тип белегеҙ. Мин ата-бабаларығыҙға шулай тип бойорғайным. 23Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.

24Әгәр һеҙ Мине яҡшылап тыңлаһағыҙ, – тип белдерә Раббы, – шәмбе көндө ҡала ҡапҡаларынан йөк ташымаһағыҙ, был көндө изге һанап, бер нәмә лә эшләмәһәгеҙ, 25был ҡаланың ҡапҡаларынан Дауыт тәхетендә ултырған батшалар, уларҙың ярандары яу арбаларында һәм һыбайлап, Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәр саҡ инеп-сығып йөрөр. Был ҡала мәңге йәшәр. 26Бында Йәһүҙә ҡалаларынан, Йәрүсәлимдең тирә-яғынан, Бинйәмин еренән, Шефеланан, таулы төбәктән, шулай ук Негевтан кешеләр ағылыр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа төрлө ҡорбандар, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар, шөкөр саҙаҡалары килтерер. 27Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».

Copyright information for BakIBT2023