Jeremiah 18
Көршәксе һәм балсыҡ
1Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: 2– Тор ҙа көршәксенең өйөнә бар, һүҙемде шунда әйтермен. 3Мин көршәксенең өйөнә барҙым. Ул көршәк яһай торған түңәрәге артында эшләй ине. 4Ҡулында әүәләгән һауыты боҙолғайны, көршәксе был балсыҡтан үҙе теләгән икенсе һауытты яһаны. 5Миңә Раббы һүҙе булды: 6– Эй Исраил халҡы, ошо көршәксе эшләгәнде Мин дә һеҙҙең менән эшләй алмайыммы ни? – тип белдерә Раббы. – Һеҙ ҙә Минең ҡулымда көршәксе ҡулындағы балсыҡ кеүек бит, эй Исраил нәҫеле! 7Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, йолҡоп ташлайым, емерәм, һәләк итәм, тип әйтәм дә, 8Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам. 9Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, нығытам һәм тамырландырам, тип әйтәм дә, 10ул халыҡ Минең алдымда яуызлыҡ ҡылһа йәки әйткәндәремә ҡолаҡ һалмаһа, Мин ниәтемдән ҡайтам, уға яҡшылыҡ ҡылыуҙан баш тартам. 11Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!» 12Әммә улар: «Бушты һөйләмә! Үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, яуыз йөрәктәребеҙҙең тиҫкәрелеге буйынса эшләйбеҙ», – тип яуап ҡайтарыр. 13Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡәүемдәр араһында һораштырығыҙ,Бындай хәлде берәйһенең ишеткәне бармы?
Ғиффәтле ҡыҙ Исраил ерәнгес бер эш ҡылды.
14Ливандың ҡаялы түбәләрендәге ҡар ирерме?
Һалҡын һыулы тау йылғалары киберме?
15Ә халҡым Мине онотто,
Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә!
Был илаһтар уны абындырҙы,
Боронғо юлдарынан тайпылтып,
Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте.
16Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы,
Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте.
Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп,
Аптырап баш сайҡаясаҡ.
17Уларҙы көнсығыштан иҫкән ел һымаҡ
Дошмандары алдында һибеп ташлармын.
Баштарына афәт төшкән көндә
Йөҙөм түгел, һыртым менән боролормон».
Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡороу
18Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ. 19Тыңла мине, Раббы,Дошмандарымдың әйткәнен ишет!
20Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни?
Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп,
Улар өсөн Һиңә ялбарғайным,
Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным,
Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы.
21Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит,
Ҡылыс йөҙөнә ташла.
Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын.
Ир-аттары үләттән ҡырылһын,
Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.
22Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә
Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын!
Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы,
Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды.
23Мине үлтерер өсөн мәкер ҡорҙолар,
Быны Һин беләһең, Раббы.
Уларҙың енәйәттәрен ярлыҡама,
Гонаһтарына күҙ йомма.
Асыуланып язаңды бир:
Һинең алдыңда ҡолап ятһындар.
Copyright information for
BakIBT2023