‏ Jeremiah 19

Ватылған көршәк

1Раббы миңә былай тине:

– Бар, көршәксенән бер балсыҡ көршәк һатып ал. Шунан халыҡтан һәм ҡаһиндарҙан бер нисә аҡһаҡалды саҡыр ҙа
2Харсиҫ
Харсиҫ – йәһүд телендә «ватыҡ көршәк киҫәктәре» тигән мәғәнәлә.
ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит.
3Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар. 4Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар. 5Үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын Бәғелгә тотош яндырыу ҡорбаны итеп утта яндырыу өсөн Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәнем, ундай нәмә әйтмәнем, хатта уйламаным да“.

6Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар. 7Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен. 8Был ҡаланы шом һала торған урынға әйләндереп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡмын. Уның янынан үткән-һүткән һәр кем уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр. 9Мин уларҙы үҙҙәренең улдарының һәм ҡыҙҙарының итен ашарға мәжбүр итермен. Йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡаланы ҡамауға алып уларҙы үлем ғазабына дусар иткәс, ҡамауҙа һәм ҡыҫымда ятҡанда улар бер-береһен ашай башлар».

10Ошоларҙы әйткәндән һуң, үҙең менән килгән кешеләрҙең күҙ алдында көршәкте ват та 11уларға белдер: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына был көршәк нисек башҡаса ҡоршап булмаҫлыҡ итеп ватылһа, Мин дә был халыҡты һәм был ҡаланы шулай селпәрәмә килтерәм. Төфәҫтә үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр. 12Был ҡаланы һәм унда йәшәүселәрҙе Мин ана шул хәлгә төшөрәм, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Төфәҫкә оҡшап ҡалыр. 13Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».

14Раббы бойороғо буйынса Төфәҫтә пәйғәмбәрлек итеп ҡайтҡандан һуң, Йермеяһ, Раббы йортоноң ихатаһына баҫып, барса халыҡҡа иғлан итте:

15– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».

Copyright information for BakIBT2023