Jeremiah 2
Исраилдың хыянаты
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо,Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде,
Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә,
Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.
3Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ,
Уңышының тәүге емеше кеүек ине.
Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде –
Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.
4Эй Яҡуп нәҫеле,
Исраилдың бөтә нәҫелдәре,
Раббы һүҙен ишетегеҙ!
5Раббы былай ти:
«Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар?
Ниңә улар Минән алыҫлашты?
Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә
Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.
6Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған,
Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән,
Кеше аяғы баҫмаған,
Һис бер әҙәм йәшәмәгән,
Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә
Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“– тип һораманылар.
7Мин бит һеҙҙе уңдырышлы ергә алып килдем,
Тәмле емешен ашаһын,
Байлығын файҙаланһын тигәйнем,
Әммә һеҙ килеп еремде нәжесләнегеҙ,
Биләмәмде ерәнгес бер урынға әйләндерҙегеҙ.
8Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“– тип һораманы.
Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне;
Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе;
Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп,
Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.
9Шуға һеҙҙең менән дәғүәләшәм, – тип белдерә Раббы. –
Хатта улдарығыҙҙың улдарына ла дәғүә ҡуясаҡмын!
10Барығыҙ киттиҙәр йәшәгән утрауға ҡарағыҙ;
Ҡыдарға кешеләр ебәрегеҙ;
Төпсөнһөндәр, белеп килһендәр:
Бындайҙың берәй ҡасан булғаны бармы?
11Ниндәйҙер халыҡ үҙенең илаһтарын, –
Асылда улар ысын булмаһа ла, – алыштырғанмы?
Минең халҡым иһә үҙенең Шөһрәтен
Файҙаһыҙ боттарға алмаштырҙы!
12Шаҡ ҡатығыҙ, күктәр,
Ҡот осҡос был хәлгә тетрәнегеҙ, – тип белдерә Раббы. –
13Минең халҡым ике енәйәт эшләне:
Мине – тере һыу инешен – ташланы,
Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор,
Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.
14Исраил ҡолмо ни?
Ҡол булып тыуғанмы әллә?
Ниңә һуң ул яумал булды?
15Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә,
Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр;
Ҡалалары яндырылды,
Унда йәшәргә кеше ҡалманы.
16Өҫтәүенә, Ноф менән Тахпанхес халҡы башыңды ярҙы!
17Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән
Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?
18Инде ниңә Мысырға бараһың,
Шихор ▼
▼ Шихор – Нил йылғаһының бер ҡушылдығы.
һыуын эсергәме?Ни өсөн Ашшурға юл тотаһың,
Евфрат һыуын эсергәме?
19Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар,
Хыянатың үҙе һине фашлар.
Аллаң Раббыны ташлауыңдың,
Минән ҡурҡа белмәүеңдең
Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
20Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым,
Тышауыңды өҙҙөм.
„Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“– тинең,
Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып,
Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.
21Мин һине иң тос орлоҡтан
Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем.
Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?
22Инде иһә һелте менән күпме йыуынһаң да,
Һабын менән ни ҡәҙәрле ышҡыһаң да,
Ғәйебеңдең табы күҙ алдымда ҡалыр, – тип белдерә Раббы Хаким. –
23Нисек һин: „Мин пакмын,
Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың?
Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ,
Нимә эшләгәнеңде күр –
Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан,
Ҡыҙышҡан инә дөйә һин.
24Дәртенә сыҙаша алмай
Елде еҫкәгән ҡырағай ишәкте кем тыя алһын?
Ата ишәк уны эҙләп тә йонсомаҫ:
Өйөккән айында уны табыу ҡыйын түгел.
25Башҡа илаһтар артынан сабып,
Аяғың сейләнмәһен, Исраил,
Тамағың сарсап кипмәһен!
Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм,
Улар артынан эйәрәм“, – тинең.
26Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай,
Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары,
Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр.
27Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“,
Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр.
Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар.
Әммә өҫтәренә бәлә килһә:
„Килә һал, ҡотҡар!“– тип ялынырҙар.
28Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың?
Башыңа бәлә килгән сағында,
Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен.
Сөнки ҡалаларың нисәү булһа,
Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!
29Ни өсөн Минең менән дәғүәләшәһегеҙ?
Һәммәгеҙ ҙә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, – тип белдерә Раббы. –
30Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым –
Улар киҫәтеүҙе аңламаны.
Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай,
Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.
31Эй һеҙ, был быуындың балалары,
Раббының һүҙен тыңлағыҙ!
Мин Исраил өсөн бер сүл,
Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни?
Улайһа ни өсөн халҡым:
„Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ,
Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?
32Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен,
Кәләш туй кейемен онотормо?
Ә халҡым Мине күптән онотто.
33Аҙғынлыҡҡа ҡайһылай оҫтаһың!
Иң боҙоҡ ҡатынды ла өйрәтә алаһың.
34Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән
Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған.
Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың.
Әммә, шуға ҡарамаҫтан,
35Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни,
Раббы миңә асыуланмай“.
Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн
Хөкөм итәсәкмен һине.
36Ниңә унда-бында сабыулайһың,
Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең?
Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған,
Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.
37Ҡулдарың менән башыңды аймап,
Унан да сығырһың, сөнки Раббы
Һин өмөт бағлағандарҙан ваз кисте,
Улар менән уңыш ҡаҙана алмаҫһың».
Copyright information for
BakIBT2023