‏ Jeremiah 20

Йермеяһтың Пашхур менән бәхәсләшеүе

1Иммер улы Пашхур ҡаһин Раббы йортонда ҡарауылсылар башлығы ине. Ул, Йермеяһтың пәйғәмбәрлек итеп әйткән ошо һүҙҙәрен ишетеп, 2уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо. 3Икенсе көндө Пашхур Йермеяһты ҡалыптан сығартты. Шул саҡ Йермеяһ уға былай тине:

– Раббы һинең исемеңде Пашхур түгел, «Магор-Миссавив»
Магор-Миссавив – йәһүд телендә «тирә-яҡта – дәһшәт» тигән мәғәнәлә.
тип атаны.
4Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк. 5Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр. 6Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да».

Йермеяһтың Раббыға зарланыуы

7Эй Раббым, Һин әүрәттең мине –
Мин әүрәнем.
Һин минән көслөрәк –
Мине еңдең.
Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем,
Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.
8Ҡасан һөйләй башлаһам да,
«Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен.
Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым,
Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.
9Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым,
Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм,
Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна,
Елегемә үтеп өтөп ала,
Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым,
Инде әмәлем ҡалманы.
10Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм,
Тирә-яҡта – дәһшәт!
«Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!»
Минең менән татыу булғандар ҙа
Абынғанымды көтәләр:
«Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр,
Шунда уны еңербеҙ,
Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.
11Әммә Раббы, ғәйрәтле яугирҙәй, минең менән.
Шуға күрә эҙәрләүселәр һөрөнөп төшөр,
Улар минән өҫтөн сыға алмаҫ.
Мәсхәрәгә ҡалырҙар, ниәттәренә ирешә алмаҫтар.
Хурлыҡтары һис ҡасан да онотолмаҫ.
12Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Һин тоғро кешене һынайһың,
Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең.
Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым,
Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине!

13Мәҙхиә йырлағыҙ Раббыға!
Данлағыҙ Раббыны!
Ул бисара бәндәнең йәнен
Залимдар ҡулынан ҡотҡара.

14Ләғнәт төшһөн тыуған көнөмә!
Фатихаланмаһын әсәм мине тапҡан көн!
15«Улың тыуҙы!» – тип атайыма һөйөнсөләгән,
Уны ҡыуандырған әҙәмгә ҡарғыш яуһын!
16Раббы һис йәлләп тормай емергән
Ҡалалар кеүек булһын ул кеше!
Иртә таңдан һыҡтау тыңлаһын,
Төш һуғышҡа саҡырған ауаздар ишетһен!
17Сөнки мине әсәм ҡарынында эүлтермәне,
Әсәм миңә ҡәбер булыр,
Ҡарыны гел йөклө ҡалыр ине.
18Ниңә әсәм ҡарынынан сыҡтым?
Ҡайғы-хәсрәт, ғазап күрер,
Ғүмеремде хурлыҡта үткәрер өсөнмө ни?
Copyright information for BakIBT2023