Jeremiah 21
Йәрүсәлимдең Бабил батшаһы ҡулына тапшырылыуы
1Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр: 2– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер. 3Йермеяһ уларға былай тип яуап бирҙе: – Сидкияһҡа әйтегеҙ, 4Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям. 5Ҡөҙрәтле ҡулымды һуҙып, асыу, ярһыу һәм тәрән нәфрәт менән һеҙгә ҡаршы Үҙем һуғышасаҡмын. 6Был ҡалала йәшәгән барлыҡ йән эйәһен: кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла үләттән һәләк итәсәкмен. 7Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ». 8Ә был халыҡҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин һеҙгә ике юл – йәшәү һәм үлем юлын бирәм. 9Был ҡалала тороп ҡалғандар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ. Ә ҡаланы ҡамалышта тотҡан дошмандарға бирелгән кешеләр тере ҡалыр. Уларға үҙ йәндәре яумал булыр. 10Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ». 11Йәһүҙә батшаһы йортона әйт: «Раббы һүҙен тыңла, 12эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл,Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар,
Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн
Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа
Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.
13Мин һиңә ҡаршымын,
Үҙәндәге ҡая өҫтөндә ултырған Йәрүсәлим! – тип белдерә Раббы. –
‘Беҙгә кем ҡаршы сыға алһын,
Торлағыбыҙға кем инә алһын?’ – тиһегеҙ.
14Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. –
Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн,
Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».
Copyright information for
BakIBT2023