‏ Jeremiah 23

Киләсәккә өмөт

1– Көтөүемдәге ҡуйҙарымды һәләк иткән һәм таратҡан көтөүселәргә – ҡайғы! – тип белдерә Раббы. – 2Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. – 3Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр. 4Уларға хәстәрлекле көтөүселәр ҡуйырмын. Башҡаса улар ҡурҡмаҫ, өркмәҫ һәм юғалмаҫ, – тип белдерә Раббы».

5«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, –
Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен.
Ул аҡыл менән идара итер,
Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.
6Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр,
Исраил имен-аман ғүмер итер.
Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“– тип атарҙар».

7– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» тип әйтмәҫ. 8Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.

Ялған пәйғәмбәрҙәр тураһында

9Пәйғәмбәрҙәр тураһында уйлап,
Күкрәгемдә йөрәгем өҙгөләнә!
Бөтә һөйәктәрем ҡалтырана;
Раббының арҡаһында,
Уның мөҡәддәс һүҙҙәре арҡаһында
Мин, иҫерек бер кешегә оҡшап,
Шараптан еңелгән әҙәм һымаҡ ҡалдым.
10Был ер зинасылар менән тулып китте,
Ләғнәт арҡаһында ул йәш түгә,
Ҡороп ҡалған далалағы көтөүлектәр.
Бәндәләр яуызлыҡ юлына баҫҡан,
Уларҙың көстәре – ғәҙелһеҙлек.

11«Пәйғәмбәр ҙә, ҡаһин да аллаһыҙ,
Хатта йортомда ла ҡәбәхәтлек ҡылғандарын күрҙем, – тип белдерә Раббы. –
12Шуға йөрөгән юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булыр.
Улар шунда ҡыуылырҙар һәм ҡоларҙар;
Сөнки яза йылында уларҙың
Баштарына ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. –
13Самария пәйғәмбәрҙәре араһында
Ерәнгес бер нәмә күрҙем:
Улар Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итте,
Халҡымды юлдан яҙҙырҙы.
14Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында
Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем:
Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй;
Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн
Залимдарға ҡеүәт бирәләр.
Минең өсөн улар – Содом кеүек,
Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».

15Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти:

«Уларға әрем ашатам, ағыулы һыу эсерәм;
Сөнки Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренән
Илдә аллаһыҙлыҡ таралды».

16Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:

«Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең
Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ.
Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр.
Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел,
Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр.
17Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ:
„Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр.
Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә:
„Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.
18Әммә уларҙың ҡайһыһы
Раббы кәңәшмәһендә ҡатнашҡан?
Кем күргән, кем Уның һүҙен ишеткән?
Ҡайһыһы диҡҡәт менән тыңлаған?»

19Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде!
Ул, ҡойондай өйрөлөп,
Яуыздарҙың башына төшәсәк.
20Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса,
Уны ахырына тиклем еткермәйенсә,
Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ.
Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.

21«Был пәйғәмбәрҙәрҙе Мин ебәрмәнем,
Улар үҙҙәре сабышып килгән.
Мин уларға өндәшмәнем,
Үҙҙәре пәйғәмбәрлек иттеләр.
22Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар,
Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр,
Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.
23Әллә Мин яҡында ғына Алламы? – тип белдерә Раббы. –
Мин алыҫта Алла түгелменме?
24Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы?
Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.

25– Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар. 26Ҡасанға тиклем дауам итер был? Ялғанды, үҙҙәренең күңелендәге уйҙырманы таратҡан был пәйғәмбәрҙәрҙең аҡылы бармы икән? 27Бәғел арҡаһында ата-бабалары исемемде онотҡан кеүек, бер-береһенә төштәрен һөйләп, халҡымдан исемемде онотторорға теләйҙәр улар.

28Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар? 29Минең һүҙем – ялҡын, – тип белдерә Раббы. – Ҡаяларҙы селпәрәмә иткән балға ул!

30Шуға күрә һүҙҙәремде бер-береһенән урлаған пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин, – тип белдерә Раббы. – 31Эйе, телдәренә нимә килә, шуны һөйләп, «Был – Раббы һүҙе!» тигән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин! – тип белдерә Раббы. – 32Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –

33Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк
…хәбәр… йөк… – бында һүҙ уйнатыу. Йәһүд телендә «хәбәр» һәм «йөк» һүҙҙәренең яҙылышы бер.
. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“– тип белдерә», – тиерһең.
34Әгәр пәйғәмбәр, ҡаһин йәки башҡа берәйһе «Раббының хәбәре беҙгә йөк булды» тип әйтһә, Мин ул кешене бөтә ғаиләһе менән язалаясаҡмын. 35Һеҙ бер-берегеҙгә: «Раббы нимә тип яуап бирҙе?» йәки: «Раббы нимә тип һөйләне?» – тип әйтегеҙ. 36Бынан кире «Раббының йөгө» тигән һүҙҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, сөнки һәр кемдең үҙенең һүҙе – үҙенә йөк. Бының менән һеҙ тере Алланың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының – үҙ Аллағыҙҙың һүҙҙәрен боҙаһығыҙ. 37Һеҙ пәйғәмбәрҙән: «Раббы һиңә нимә тип яуап ҡайтарҙы?» йәки «Раббы һиңә нимә һөйләне?» – тип һорарға тейешһегеҙ. 38Әгәр ҙә һеҙ әйткәнемә ҡарамайынса: «Раббының йөгө» тураһында һүҙ ҡуҙғатһағыҙ, Мин әйтмәҫкә ҡушҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән өсөн 39һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен, 40һеҙҙе мәңгелек хурлыҡҡа, мәсхәрәгә дусар итермен, һәм улар онотолмаҫ.

Copyright information for BakIBT2023