‏ Jeremiah 26

Йермеяһҡа үлем янауы

1Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды:

2– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә! 3Бәлки, улар ҡолаҡ һалырҙар ҙа яман юлдарынан кире ҡайтырҙар. Ул сағында Мин дә уларҙың яуыз ғәмәлдәре өсөн бирергә ниәтләгән ҡазаны ебәреүҙән тыйылырмын. 4Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ, 5һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ, 6Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

7Ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм бөтә халыҡ Йермеяһтың Раббы йортонда һөйләгән был һүҙҙәрен ишетте. 8Йермеяһ Раббының халыҡҡа һөйләргә бойорғандарын әйтеп биргәс, ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм ундағы барса халыҡ уға ташланып:

– Үлтерегеҙ уны! – тип ҡысҡыра башланы. –
9Ни өсөн һин, был йорт Шило кеүек буласаҡ, был ҡала ла бер кешеһеҙ, буп-буш ҡаласаҡ тип, Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итәһең?

Раббы йортонда булған бөтә халыҡ Йермеяһты уратып алды.

10Был турала ишеткән Йәһүҙә түрәләре, батша һарайынан Раббы йортона килеп, Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урындарына ултырҙы. 11Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр түрәләргә һәм бөтә халыҡҡа:

– Был кеше үлем язаһына лайыҡ, уның был ҡалаға ҡаршы пәйғәмбәрлек иткәнен үҙ ҡолағығыҙ менән ишеттегеҙ, – тинеләр.

12Йермеяһ түрәләргә һәм халыҡҡа:

– Ошо йортҡа һәм ошо ҡалаға ҡаршы һеҙ ишеткән бөтә пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен әйтергә мине Раббы ебәрҙе, – тине. –
13Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ. 14Миңә килгәндә инде, бына, ихтыярығыҙҙамын. Нисек яҡшы тип табаһығыҙ, нисек дөрөҫ һанайһығыҙ, шуны эшләгеҙ. 15Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.

16Бынан һуң түрәләр менән халыҡ ҡаһиндарға һәм пәйғәмбәрҙәргә:

– Был кеше үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки ул беҙгә Аллабыҙ Раббы исеменән һөйләне, – тинеләр.

17Илдең аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре, тороп, халыҡ йыйынына былай тине:

18– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына:

«Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
„Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк,
Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк,
Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», –

тип һөйләгәйне.

19Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йәки Йәһүҙә халҡынан берәйһе пәйғәмбәрҙе үлтергәнме ни? Киреһенсә, батша, Раббынан ҡурҡып, Унан мәрхәмәт ялбарған. Раббы, ниәтенән кире ҡайтып, уларға белдергән һәләкәтте ебәреүҙән баш тартҡан. Ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙур һәләкәт килтерергә торабыҙ!

20Раббы исеменән пәйғәмбәрлек иткән Шемағъяһ улы Урияһ тигән йәнә бер кеше булды. Ул сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғаримдан ине. Ул да, Йермеяһ әйткәнсә һөйләп, был ҡалаға һәм илгә ҡаршы пәйғәмбәрлек итте. 21Йеһояҡим батша һәм уның ғәскәр башлыҡтары, түрәләре Урияһтың һүҙҙәрен ишеткәс, батша уны үлтерергә ниәтләне. Был турала белгәс, Урияһ ҡурҡыуға ҡалды һәм Мысырға ҡасып китте. 22Шул саҡ Йеһояҡим батша кешеләре менән Әлнаҫан Ғахбор улын Мысырға ебәрҙе. 23Урияһты, Мысырҙан алып ҡайтып, Йеһояҡим батшаға килтерҙеләр. Батша уны ҡылыс менән сабып үлтертте лә мәйетен ябай халыҡтың ҡәберлегенә ырғыттырҙы.

24Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.

Copyright information for BakIBT2023