Jeremiah 27
Бабил батшаһының ҡамыты
1Йәһүҙәлә Сидкияһ ▼▼ Сидкияһ – бында йәһүд телендәге ҡайһы бер сығанаҡтарға һәм сүриә телендәге, ғәрәп тәржемәләренә таянып алынды. Йәһүд телендәге төп нөсхәлә – Йеһояҡим.
Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. 2Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей. 3Шунан Йәрүсәлимгә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа килгән илселәр аша Эдом, Моав, Ғаммон, Тир, Сидон батшаларына ла берәр ҡалып ебәр. 4Илселәргә бойор, улар үҙҙәренең хакимдарына ошо хәбәрҙе еткерһен: Исраилдың Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Хужаларығыҙға әйтегеҙ, 5ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм. 6Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр. 7Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор. 8Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. – 9„Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ“, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе, күрәҙәселәрегеҙҙе, төш юраусыларығыҙҙы, сихырсыларығыҙҙы, фалсыларығыҙҙы тыңламағыҙ! 10Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһағыҙ, Мин һеҙҙе ерегеҙҙән ҡыуып ебәрермен – һеҙҙе алыҫҡа алып китерҙәр, һәм һеҙ һәләк булырһығыҙ. 11Муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кейгән һәм уға хеҙмәт иткән ҡәүемде үҙ ерендә ҡалдырам, – тип белдерә Раббы. – Ул шул ерҙе эшкәртер, шунда йәшәр». 12Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа ла ошо һүҙҙәрҙе еткерҙем: – Муйындарығыҙҙы Бабил батшаһы ҡалыбы аҫтына ҡуйығыҙ. Уға һәм халҡына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта иҫән ҡалырһығыҙ, – тинем. – 13Раббы, Бабил батшаһына хеҙмәт итмәгән һәр ҡәүем ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәк, тип киҫәтте бит. Ни өсөн һиңә һәм халҡыңа һәләк булырға? 14«Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ», – тигән пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламағыҙ, сөнки улар ялған һөйләй. 15«Уларҙы Мин ебәрмәнем, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Әгәр уларҙы тыңлаһағыҙ, Мин һеҙҙе лә, пәйғәмбәрлек ҡылыусыларҙы ла ҡыуып ебәрермен һәм барығыҙ ҙа һәләк булырһығыҙ». 16Шунан мин ҡаһиндарға ла, бөтә халыҡҡа ла әйттем: – Раббы былай ти: «Оҙаҡламай Раббы йортоноң әйберҙәре Бабилдан кире ҡайтарыласаҡ», – тип һөйләгән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе тыңламағыҙ. Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә, – ти Раббы. – 17Тыңламағыҙ уларҙы. Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ниңә был ҡаланы харабаға әйләндерергә? 18Әгәр улар пәйғәмбәр икән, уларҙа Раббы һүҙе бар икән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһының һарайында һәм Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәрҙең Бабилға алып кителмәүен юллаһындар. 19– 20Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең түрәләрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргән ваҡытта алып китмәгән бағаналар, баҡыр диңгеҙ, таяуҙар һәм башҡа әйберҙәр тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти. 21Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһы һарайында, Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәр тураһында былай ти Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: 22«Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.
Copyright information for
BakIBT2023