‏ Jeremiah 28

Ялған пәйғәмбәр Хананъяһ

1Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине:

2– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Бабил батшаһы кейҙергән ҡалыпты һындырып ташлайым. 3Бабил батшаһы Навуходоносор Раббы йортонан Бабилға алып киткән бөтә әйберҙәрҙе Мин ике йыл эсендә кире был урынға ҡайтарам. 4Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым».

5Йермеяһ пәйғәмбәр ҡаһиндар һәм Раббы йортонда торған халыҡ алдында, Хананъяһ пәйғәмбәргә яуап ҡайтарып, 6былай тине:

– Амин! Раббы шулай эшләй күрһен! Һин пәйғәмбәрлек иткәндәрҙе бойомға ашырһын – Раббы йортоноң барлыҡ әйберҙәрен һәм һөргөндәгеләрҙең барыһын да Бабилдан бында кире ҡайтарһын!
7Тик шулай ҙа һиңә һәм бөтә халыҡҡа әйтмәксе булған ошо һүҙҙе тыңла: 8һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр. 9Әгәр ҙә пәйғәмбәр именлек киләсәген алдан хәбәр итә икән, һүҙе тормошҡа ашҡас ҡына, уның ысынлап та Раббы ебәргән пәйғәмбәр булғанын танығандар.

10Шунда Хананъяһ пәйғәмбәр Йермеяһ пәйғәмбәрҙең муйынындағы ҡалыпты тартып алып һындыра һуҡты ла 11йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте:

– Раббы былай ти: «Ике йыл эсендә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың бөтә халыҡтарҙың муйынына кейҙергән ҡалыбын Мин бына ошолай һындырып ташлаясаҡмын!»

Бынан һуң Йермеяһ пәйғәмбәр үҙ юлына китте.

12Хананъяһ пәйғәмбәр Йермеяһ пәйғәмбәрҙең муйынындағы ҡалыпты һындырып ташлағандан һуң, күп тә үтмәй Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

13– Бар, Хананъяһҡа әйт, Раббы былай ти: «Һин ағас ҡалыпты һындырҙың, уның урынына тимер ҡалып яһарһың! 14Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: „Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итһендәр өсөн был ҡәүемдәрҙең бөтәһенең дә муйынына тимер ҡалып кейҙерәм. Барыһы ла уға ҡол буласаҡ. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм“».

15Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине:

– Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың.
16Шуға күрә Раббы әйтә: «Мин һине ер йөҙөнән юҡ итәм. Раббыға ҡаршы ҡоторттоң, шуның өсөн быйыл үләсәкһең».

17Хананъяһ пәйғәмбәр ошо йылдың етенсе айында үлде.

Copyright information for BakIBT2023