‏ Jeremiah 30

Раббының Үҙ халҡына вәғәҙәһе

1Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

2– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй. 3Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».

4Бына Раббының Исраил менән Йәһүҙә тураһында әйткәндәре.

5«Ҡот осоп ҡысҡырған тауыштарҙы ишетәбеҙ, – ти Раббы. –
Дәһшәт тауышы, именлек түгел.
6Һорашығыҙ, үҙегеҙ ҡарағыҙ:
Ир кеше бала таба аламы?
Улайһа ниңә бала тапҡан ҡатындай
Һәр береһе биленә йәбешкән?
Ниңә йөҙҙәре шулай ағарынған?
7Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн!
Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине –
Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро.
Әммә был көндән халҡым ҡотолор».

8– Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – муйыныңдағы ҡалыбыңды һындырам, бауҙарыңды өҙәм. Бынан ары Яҡуп нәҫеле яттарға ҡол булмаҫ. 9Үҙҙәренең Аллалары Раббыға һәм Мин тәхеткә ултыртасаҡ батшалары Дауытҡа хеҙмәт итерҙәр.

10«Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп,
Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. –
Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән,
Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам.
Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр,
Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.
11Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын,
Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. –
Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем,
Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым.
Әммә һине юҡ итмәм.
Язаһыҙ ҡалдырмам һине,
Әммә ғәҙел яза бирермен».

12Раббы былай ти:
«Яраларыңды дауалап булмай,
Йәрәхәттәрең ҡот осҡос.
13Дәғүәңде берәү ҙә хәстәрләмәй;
Йәрәхәтеңә дауа юҡ,
Яраларың төҙәлерлек түгел.
14Уйнаштарың барыһы ла һине онотто,
Хәҙер һине эҙләмәйҙәр.
Мин һине дошман һымаҡ туҡманым,
Аяуһыҙ язаға дусар иттем,
Сөнки ауыр енәйәтең,
Гонаһтарың самаһыҙ күп.
15Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың?
Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ!
Енәйәтең ауыр,
Гонаһтарың күп булғанға күрә
Һине шул хәлгә төшөрҙөм.
16Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр.
Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер.
Һине талағандар үҙҙәре таланыр,
Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр.
17Һине ташландыҡҡа һананылар,
„Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“– тигәйнеләр.
Ә мин һине тағы дауалармын,
Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.

18Раббы былай ти:
«Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон,
Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын;
Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр,
Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.
19Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар,
Шатлыҡ ауаздары ишетелер.
Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр,
Уларҙы абруйлы, данлы итермен,
Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.
20Балалары әүәлгесә ғүмер итер,
Йәмғиәттәре алдымда ныҡ торор,
Уларҙы йәберләүселәрҙе Мин язалармын.
21Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр,
Хакимдары үҙ араларынан сығыр.
Уны Үҙемә яҡынайтырмын,
Ул да Миңә яҡынлашыр.
Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем
Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. –
22Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ,
Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын».

23Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде!
Ул, ҡойондай ҡалҡып,
Яуыздарҙың башына төшәсәк.
24Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса,
Уны ахырына тиклем еткермәйенсә,
Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ.
Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.
Copyright information for BakIBT2023