Jeremiah 32
Йермеяһтың баҫыу һатып алғаны
1Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының унынсы, Навуходоносорҙың ун һигеҙенсе йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. 2Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине. 3Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, уны ошонда яптырып, былай тигәйне: – Ни өсөн һин улай пәйғәмбәрлек итәһең? Һин әйтәһең: «Раббы былай ти: „Бына, Мин был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына тапшырам, ул уны баҫып алыр. 4Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ халдейҙарҙан ҡотола алмаҫ, Бабил батшаһының ҡулына мотлаҡ эләгер: уның менән ҡапма-ҡаршы тороп һөйләшер, күҙмә-күҙ осрашыр. 5Сидкияһ Бабилға оҙатылыр һәм Мин уны хәстәрләгәнгә тиклем шунда ҡалыр, – тип белдерә Раббы. – Һеҙ халдейҙар менән һуғышырһығыҙ, әммә еңә алмаҫһығыҙ“». 6Йермеяһ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Миңә Раббының шундай һүҙе булды: 7«Ана, атаңдың туғаны Шаллумдың улы Ханамил килә. Ул: „Минән Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал. Иң яҡын ҡәрҙәшем булараҡ, ул баҫыуҙы һатып алыу хоҡуғы һиндә“, – тип әйтер». 8Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым. 9Туғаным Ханамилдан Ғанаҫоҫтағы баҫыуҙы һатып алып, уға ун ете көмөш түләнем. 10Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем. 11Һатыу-алыу шарттары һәм ҡағиҙәләре яҙылған ҡағыҙҙарҙы – мөһөр баҫылғанын да, асығын да – алдым. 12Туғаным Ханамилдың, был алыш-биреш ҡағыҙына имзаларын ҡуйған шаһиттарҙың һәм һаҡсылар ихатаһында ултырған бөтә Йәһүҙә кешеләренең күҙ алдында уны Махсеяһтан тыуған Нерияһ улы Барухҡа бирҙем. 13Бөтәһенең күҙ алдында Барухҡа былай тип бойорҙом: 14«Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Был алыш-биреш ҡағыҙҙарының мөһөр баҫылғанын да, асығын да ал. Уны, оҙаҡ һаҡланһын өсөн, берәй балсыҡ һауытҡа һалып ҡуй. 15Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ“». 16Алыш-биреш ҡағыҙын Нерияһ улы Барухҡа биргәндән һуң Раббыға доға ҡылдым: 17«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ. 18Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың! 19Кәңәштәрең ниндәй бөйөк, ғәмәлдәрең ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле! Күҙҙәрең әҙәм балаларының барлыҡ эштәрен күҙәтеп тора. Һәр кемгә ҡыуған юлы һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәһең. 20Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр! 21Халҡың Исраилды хикмәттәр һәм мөғжизәләр менән, ҡөҙрәтең, һуҙылған ҡулың менән, бөйөк дәһшәт сәсеп, Мысыр еренән сығарҙың. 22Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең. 23Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең. 24Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың. 25Ә Һин, Раббы Хаким, ҡала халдейҙар ҡулына ҡалған мәлдә миңә: „Шаһиттар алдында көмөш түләп, үҙеңә баҫыу һатып ал“, – тип әйтәһең». 26Шул саҡ Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: 27– Мин, Раббы, – бөтә йән эйәләренең Аллаһымын! Ҡөҙрәтемдән килмәгән берәй нәмә бармы Минең? 28Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡара, был ҡаланы халдейҙар – Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына бирәм, һәм ул ҡаланы баҫып алыр. 29Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит! 30Исраил һәм Йәһүҙә халҡы йәш ваҡыттарынан алып Минең күҙ алдымда бары тик ҡәбәхәтлектәр ҡылды. Исраил халҡы үҙ ҡулдары менән эшләгән боттар менән Минең асыуыма тейҙе, – тип белдерә Раббы. – 31Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым. 32Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ. 33Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар. 34Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйып, уны нәжесләнеләр. 35Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар». 36Әле килеп һеҙ: «Ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар ителеп, Бабил батшаһының ҡулына тапшырылды», – тип әйткән был ҡала тураһында иһә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: 37«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен. 38Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын. 39Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен. 40Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын. 41Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен». 42Раббы былай ти: – Был халыҡтың башына әлеге бөйөк һәләкәтте нисек килтергән булһам, уларға вәғәҙә иткән барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ла шулай уҡ бирермен. 43Һеҙ: «Унда бушлыҡ, кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡалманы, ул халдейҙар ҡулына бирелгән», – тип әйткән ерҙәге баҫыуҙар йәнә һатып алыныр. 44Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.
Copyright information for
BakIBT2023