‏ Jeremiah 32:6-9

6Йермеяһ былай тип яуап ҡайтарҙы:

– Миңә Раббының шундай һүҙе булды:
7«Ана, атаңдың туғаны Шаллумдың улы Ханамил килә. Ул: „Минән Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал. Иң яҡын ҡәрҙәшем булараҡ, ул баҫыуҙы һатып алыу хоҡуғы һиндә“, – тип әйтер». 8Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым. 9Туғаным Ханамилдан Ғанаҫоҫтағы баҫыуҙы һатып алып, уға ун ете көмөш түләнем.
Copyright information for BakIBT2023