‏ Jeremiah 35

Рехав нәҫеленең үрнәге

1Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлыҡ иткән көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

2– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.

3Мин барып, Хаваззинъяһтан тыуған Йермеяһ улы Яазанъяһты, уның бөтә ағай-энеһен, бөтә улдарын – Рехав нәҫеленең барыһын да эйәртеп, 4Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны. 5Рехав нәҫеленең алдына шарап тулы көрәгә һәм туҫтаҡтар ҡуйҙым да:

– Шарап эсегеҙ, – тинем.

6Улар:

– Беҙ шарап эсмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Сөнки атайыбыҙ Йонадав Рехав улы беҙгә: «Бер ваҡытта ла үҙегеҙ ҙә шарап эсмәгеҙ, балаларығыҙ ҙа эсмәһен, – тип бойороҡ бирҙе. –
7Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ». 8Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ. 9Йәшәр өсөн йорттар төҙөмәйбеҙ. Йөҙөм баҡсаларыбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ, сәсеүлектәребеҙ юҡ. 10Сатырҙарҙа ғүмер итәбеҙ һәм, атайыбыҙ Йонадав нимә бойорһа, барыһын да эшләйбеҙ. 11Ә был ергә Бабил батшаһы Навуходоносор килгәс: «Әйҙәгеҙ, халдейҙар һәм арамиҙар ғәскәренән Йәрүсәлимгә ҡасайыҡ», – тинек. Шуға күрә Йәрүсәлимдә йәшәйбеҙ.

12Бынан һуң Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

13– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бар, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә ошоларҙы һөйлә: „Минең һүҙҙәремде тыңлап, һис бер һабаҡ алмаҫһығыҙмы? – тип белдерә Раббы. – 14Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ. 15Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ. 16Рехав улы Йонадавтың нәҫеле аталарының бойороғон тота, ә был халыҡ Мине тыңламай.

17Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».

18Рехав нәҫеленә иһә Йермеяһ былай тине:

– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: «Һеҙ атағыҙ Йонадавтың бойороғон тоттоғоҙ, уның бөтә нәсихәттәрен ғәмәлгә ашырҙығыҙ, ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәнегеҙ.
19Шуға күрә Рехав улы Йонадав нәҫеленән һәр саҡ кемдер Минең хозурымда хеҙмәт итәсәк», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы.

Copyright information for BakIBT2023