‏ Jeremiah 36

Йеһояҡим батшаның төргәк китапты яғыуы

1Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

2– Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй. 3Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.

4Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы. 5Шунан Йермеяһ Барухҡа былай тине:

– Миңә Раббы йортона инергә рөхсәт юҡ.
6Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен. 7Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.

8Нерияһ улы Барух Йермеяһ пәйғәмбәр бойорғандарҙың бөтәһен дә эшләне – Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен Раббы йортонда уҡыны.

9Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының бишенсе йылында, туғыҙынсы айҙа Йәрүсәлимдә йәшәгән бар халыҡҡа һәм Йәһүҙә ҡалаларынан Йәрүсәлимгә килгән һәр кешегә Раббыға бағышлап ураҙа иғлан ителде. 10Шафан кәтиптең улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны.

11Шафандан тыуған Гемаръяһ улы Михаяһ, Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен ишеткәс, 12батша һарайына, батша кәтибенең бүлмәһенә йүнәлде. Унда батша кәтибе Әлишамағ, Шемағъяһ улы Делаяһ, Ғахбор улы Әлнаҫан, Шафан улы Гемаръяһ, Хананъяһ улы Сидкияһ һәм башҡа түрәләр ултыра ине. 13Михаяһ уларға Барух төргәк китаптан халыҡҡа уҡыған саҡта ишеткән бөтә һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. 14Шунан һуң бөтә түрәләр: «Халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған төргәк китабыңды тот та кил», – тип әйтергә ҡушып, Куши улы Шәләмъяһтан тыуған Неҫанъяһ улы Йәһүҙиҙе Барухҡа ебәрҙеләр. Нерияһ улы Барух, төргәк китапты алып, улар янына килде. 15Уға:

– Ҡана, ултыр, беҙгә лә уҡы, – тинеләр.

Барух уҡыны.
16Бөтә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түрәләр, ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа Барухҡа:

– Беҙ быларҙы батшаға еткерергә тейешбеҙ, – тинеләр.
17Шунан Барухтан:

– Һин был һүҙҙәрҙе нисек яҙҙың? Йермеяһ әйтеп яҙҙырҙымы? – тип һоранылар.

18– Эйе, – тип яуапланы Барух. – Бөтә был һүҙҙәрҙе ул әйтеп торҙо. Мин һәммәһен ҡара менән төргәк китапҡа яҙҙым.

19Бынан һуң түрәләр Барухҡа:

– Бар, Йермеяһ менән йәшенегеҙ. Ҡайҙалығығыҙҙы һис кем белмәһен, – тинеләр.

20Түрәләр, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһендә ҡалдырҙылар, үҙҙәре батша ихатаһына, батшаға барып, бөтә был һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр. 21Батша Йәһүҙиҙе төргәк китапты алып килергә ебәрҙе. Йәһүҙи, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһенән алып килеп, батшаға һәм уның янындағы бөтә түрәләргә уҡыны. 22Был хәл туғыҙынсы айҙа булды. Батша ҡышҡы һарайында ултыра, алдында ҡуҙлы йылытҡыс янып тора ине. 23Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө. 24Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны. 25Әлнаҫан, Делаяһ һәм Гемаръяһ төргәк китапты яҡмаҫҡа инәлһә лә, батша уларға ҡолаҡ һалманы. 26Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.

27Батша Йермеяһ Барухҡа әйтеп яҙҙырған төргәк китапты яндырғандан һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

28– Икенсе төргәк ал, унда Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим яндырған тәүге китапта булған бөтә һүҙҙәрҙе яҙ. 29Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“– тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең. 30Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ. 31Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»

32Йермеяһ икенсе төргәк алды ла уны Нерияһ улы Барух кәтипкә бирҙе. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим утҡа яҡҡан тәүге төргәк китаптағы бөтә һүҙҙәрҙе Барух Йермеяһ ауыҙынан ҡабаттан яҙҙы. Унда әле тағы ла күп кенә шуға оҡшаш һүҙҙәр өҫтәлде.

Copyright information for BakIBT2023