‏ Jeremiah 37

Йермеяһ тотҡонлоҡта

1Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты. 2Әммә Сидкияһ үҙе лә, ярандары ла, ил халҡы ла Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәне.

3Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе.

4Ул осорҙа Йермеяһты зинданға бикләмәгәйнеләр әле. Ул халыҡ араһына иркенләп инеп-сығып йөрөй ала ине. 5Ул арала фирғәүен сиреүе Мысырҙан сыҡты, һәм Йәрүсәлимде ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, был турала хәбәр алып, Йәрүсәлимдән сигенде.

6Шул саҡ Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:

7– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙҙе Миңә үтенес менән ебәргән Йәһүҙә батшаһына белдерегеҙ: „Һеҙгә ярҙамға килә ятҡан фирғәүен ғәскәре үҙ иле Мысырға ҡайтып китәсәк. 8Халдейҙар иһә, кире килеп, был ҡалаға һөжүм итәсәк, уны баҫып аласаҡ һәм яндырып бөтөрәсәк“. 9Раббы былай ти: „Халдейҙар беҙҙән мотлаҡ китәсәк!“тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Улар китмәйәсәк! 10Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине».

11Фирғәүен ғәскәре яҡынайғас, халдейҙар Йәрүсәлимдән сигенә башланы. 12Тап шул көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәр Бинйәмин ерендәге туғандары араһында үҙенә тейешле ер өлөшөн алыр өсөн Йәрүсәлимдән юлға сыҡмаҡсы булды. 13Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе:

– Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды.

14– Ялған! – тине Йермеяһ. – Халдейҙарға ҡасып сығырға теләмәйем мин!

Әммә Йирияһ уның әйткәненә ҡолаҡ һалманы, ҡулға алып, түрәләрҙең алдына килтерҙе.
15Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, Йонаҫан кәтиптең йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр.

16Йермеяһ оҙаҡ ваҡыт был зиндандың баҙында ултырҙы. 17Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан:

– Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны.

– Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең.

18Шунан Сидкияһ батшаға:

– Һиңә, ярандарыңа һәм был халыҡҡа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым мин? Ни өсөн мине зинданға ултырттығыҙ? – тине. –
19Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа? 20Инде мине тыңлаһаң ине, батшам хакимым! Үтенесемде аяҡ аҫтына һалмаһаң ине: кәтип Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен!

21Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.

Copyright information for BakIBT2023