Jeremiah 41
1Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһ янына килде. Исмәғил, батша нәҫеленән булып, батшаның түрәләренән ине. Шунда бергәләшеп ашап ултырғанда 2Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше, тороп, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе. 3Исмәғил шулай уҡ Миспала Гедалъяһ менән бергә булған бөтә йәһүҙиҙәрҙе, халдейҙарҙың унда булған ғәскәри кешеләрен дә ҡырҙы. 4Гедалъяһ үлтерелгәндең иртәгәһенә – әле был хаҡта бер кем дә белмәй ине – 5Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне. 6Неҫанъяһ улы Исмәғил илай-илай Миспанан уларҙы ҡаршы алырға сыҡты. Осрашҡас: – Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барайыҡ, – тине. 7Ҡалаға ингәс, Неҫанъяһ улы Исмәғил янындағы кешеләре менән уларҙы үлтерҙе лә мәйеттәрен һыу соҡорона ырғытты. 8Шул саҡ килгәндәрҙең араһындағы ун кеше Исмәғилгә: – Үлтермә беҙҙе! Ҡырҙа йәшереп ҡуйған бойҙай, арпа, зәйтүн майы һәм балыбыҙ бар, – тип ялынды. Исмәғил уларҙы башҡалар менән бергә үлтермәне. 9Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Неҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы. 10Исмәғил Неҫанъяһ улы нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан Миспала Ахиҡам улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырылған бөтә халыҡты, шулай уҡ батша ҡыҙҙарын әсиргә алды һәм улар менән бергә ғаммондарға йүнәлде. 11Әммә Ҡареах улы Йоханан һәм уның янындағы хәрби түрәләр Неҫанъяһ улы Исмәғил ҡылған яуызлыҡтар тураһында ишеткәс, 12бөтә кешеләрен алып, уның менән һуғышырға киттеләр. Улар Неҫанъяһ улы Исмәғилде Ғивғондағы ҙур быуа янында ҡыуып етте. 13– 14Исмәғил Миспанан әсирлеккә ҡыуып алып китеп барған бөтә халыҡ Ҡареах улы Йохананды һәм уның янындағы хәрби түрәләрҙе күреп ҡыуанды ла, боролоп, Ҡареах улы Йохананға табан йүгерә башланы. 15Әммә Неҫанъяһ улы Исмәғил, үҙенең һигеҙ кешеһе менән Йоханандан ҡасып, ғаммондарға табан юл алды.Йермеяһтың халыҡты Мысырға бармаҫҡа өгөтләүе
16Ҡареах улы Йоханан һәм уның менән булған хәрби түрәләр иҫән ҡалғандарҙың һәммәһен – Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергән Неҫанъяһ улы Исмәғилдең Миспала әсир иткән халыҡты – яугирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы һәм һарай әһелдәрен үҙҙәре менән Ғивғондан алып 17– 18Халдейҙарҙан ҡасыр өсөн Мысырға табан юлландылар. Бейт-Ләхәм эргәһендәге Геруҫ-Кимһамда туҡтанылар. Неҫанъяһ улы Исмәғил Бабил батшаһы илгә идарасы итеп ҡуйған Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергәнгә күрә, улар халдейҙарҙан ҡурҡалар ине.
Copyright information for
BakIBT2023