‏ Jeremiah 42

1Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп 2Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине:

– Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.
3Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине.

4Йермеяһ пәйғәмбәр уларға:

– Үтенесегеҙҙе ишеттем, – тине. – Аллағыҙ Раббыға һеҙ һорағанса доға ҡылырмын. Раббының әйткәнен һеҙгә белдерермен, бер һүҙен дә йәшереп ҡалдырмам.

5Улар иһә Йермеяһҡа:

– Раббы һине беҙгә нимә менән ебәрһә лә, теүәл үтәрбеҙ. Быға Раббы Үҙе ышаныслы һәм ғәҙел шаһит булһын, – тинеләр. –
6Беҙ һине Аллабыҙ Раббыға күндерәбеҙ һәм Уның әйткәндәрен, беҙҙең өсөн яҡшы буламы ул, насар буламы, тайпылышһыҙ үтәрбеҙ. Сөнки Аллабыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһаҡ, беҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булыр.

7Ун көн үткәс, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. 8Йермеяһ Ҡареах улы Йохананды, уның менән булған барлыҡ хәрби түрәләрҙе, ябайынан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡты саҡырып алды. 9Уларға былай тине:

– Үтенесегеҙҙе белдерер өсөн мине янына күндергән Исраил Аллаһы Раббы былай ти:
10«Әгәр был илдә ҡалһағыҙ, һеҙҙе бында нығытырмын, ә емермәм, тамырландырырмын, ә йолҡмам, сөнки һеҙгә ебәргән афәт өсөн үкенәм. 11Һеҙ әле Бабил батшаһынан ҡурҡаһығыҙ. Тик һеҙ унан ҡурҡмағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Мин һеҙҙең менәнмен, һеҙҙе азат итеп, уның ҡулынан ҡотҡарырмын. 12Мин һеҙгә рәхимле булырмын, һәм ул, һеҙҙе ҡыҙғанып, үҙ ерегеҙгә кире ҡайтарыр.

13Әгәр ҙә инде: „Был илдә йәшәргә теләмәйбеҙ, – тип Аллағыҙ Раббының һүҙенә буйһонмаһағыҙ, – 14юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ, 15Раббы һүҙен тыңлағыҙ, эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалған халҡы! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Әгәр ҙә һеҙ ҡәтғи рәүештә Мысыр яғына боролһағыҙ, шунда йәшәргә китһәгеҙ, 16һеҙ өрккән ҡылыс унда, Мысыр ерендә, артығыҙҙан ҡыуып етәсәк! Һеҙ ҡурҡҡан аслыҡ унда, Мысырҙа, эҙәрләйәсәк, шунда үләсәкһегеҙ. 17Мысырға барырға һәм шунда йәшәргә тип йөҙ борған бөтәһе лә ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Бер кем дә тере ҡалмаҫ, Мин уларға ебәргән бәләнән ҡотола алмаҫ“».

18Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ».

19Эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалғандары! Раббы һеҙгә: «Мысырға бармағыҙ!» – тип әйтте. Бөгөн һеҙҙе киҫәткәнемде ныҡлап белеп ҡуйығыҙ. 20Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ. 21Аллағыҙ Раббының миңә әйткән бөтә һүҙҙәрен бөгөн һеҙгә әйттем, әммә һеҙ Уның минең аша бөтә еткергәндәрен тыңламанығыҙ. 22Шулай итеп, белегеҙ: барып төйәкләнергә теләгән ерҙә һеҙ ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәкһегеҙ!

Copyright information for BakIBT2023