‏ Jeremiah 43

Йермеяһтың Мысырға алып кителеүе

1Йермеяһ Аллалары Раббының әйткәндәрен, уның уҙе аша белгерткән һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа һөйләп биргәс, 2Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға:

– Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.
3Нерияһ улы Барух, беҙҙе үлтерһендәр йәки Бабилға һөргөнгә алып китһендәр өсөн халдейҙарға тотторорға теләп, һине беҙгә ҡаршы ҡоторта.

4Шулай итеп, Ҡареах улы Йоханан, бөтә хәрби түрәләр һәм халыҡ Раббының Йәһүҙәлә ҡалырға бойороуын тыңламаны. 5Ҡареах улы Йоханан һәм хәрби түрәләр, төрлө илдәргә һибелеп йәшәгән һәм үҙ илдәре Йәһүҙәлә йәшәргә тип кире ҡайтҡан тере ҡалған йәһүҙиҙәрҙе, 6нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырған ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы, батша ҡыҙҙарын, шулай уҡ Йермеяһ пәйғәмбәрҙе, Нерияһ улы Барухты алып, 7Раббының һүҙен тыңламайынса, Мысырға юлланды һәм Тахпанхесҡа барып етте.

8Тахпанхеста Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:

9– Ҙур-ҙур таштар ал да йәһүҙиҙәрҙең күҙ алдында фирғәүендең Тахпанхестағы һарайына ингән ерҙә түшәлгән балсыҡ аҫтына йәшер. 10Шунан уларға әйт: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, Мин Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы бында алып киләм. Уның тәхетен йәшерелгән ошо таштар өҫтөнә ҡуям. Ошонда ул үҙенең күркәм сатырын ҡорор. 11Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер:

Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә,
Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә,
Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр.

12Мин Мысыр илаһтарының ҡорамдарына ут һаласаҡмын. Навуходоносор уларҙы яндырасаҡ, боттарын үҙе менән алып китәсәк. Бетен сүпләп сапанын таҙартҡан көтөүсе һымаҡ, ул да Мысыр ерен шулай таҙартасаҡ һәм имен-аман сығып китәсәк. 13Ул Мысыр ерендәге Ҡояш йортона урынлаштырылған табыныу бағаналарын емерер, Мысыр илаһтарының ҡорамдарын яндырыр“».

Copyright information for BakIBT2023