Jeremiah 45
Алланың Барухҡа вәғәҙәһе
1Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһ пәйғәмбәр әйтеп торған һүҙҙәрҙе Нерияһ улы Барух төргәк китапҡа яҙып ҡуйғандан һуң, Йермеяһ пәйғәмбәр уға әйтте: 2– Эй Барух, Исраил Аллаһы Раббы һиңә былай ти: 3«Хәсрәт төштө башыма! – тип зарланаһың. – Сөнки Раббы, әрнеүемә өҫтәп, ҡайғы бирҙе. Ыңғырашып хәлдән тайҙым, тынғылыҡ тапмайым», – тиһең. 4Шуға күрә Раббы һиңә былай тип әйтергә бойора: «Бына, Үҙем төҙөгәнде Үҙем емерермен, Үҙем ултыртҡанды Үҙем йолҡоп ырғытырмын. Бөтә ерҙә лә шулай булыр. 5Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».
Copyright information for
BakIBT2023