‏ Jeremiah 47

Пелештиҙәр тураһында

1Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.

2«Раббы былай ти:
„Бына, төньяҡтан һыуҙар урғылып килә,
Ул, ташҡан йылға һымаҡ,
Ерҙе, уның өҫтөндәге бар нәмәне,
Ҡаланы һәм уның халҡын баҫыр.
Кешеләр иңрәп ҡысҡырыр,
Илдә йәшәүселәр үкереп илар.
3Айғырҙарҙың тояҡ тауышынан,
Яу арбалары дөбөрҙәүенән,
Тәгәрмәс таҡылдауынан ҡурҡып,
Аталар ярҙам итергә балаларына боролоп баҡмаҫ:
Сөнки ҡулдары хәлһеҙләнеп һәленер.
4Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә,
Тирға, Сидонға ярҙам итерлек
Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр.
Раббы пелештиҙәрҙе,
Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер.
5Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр,
Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр.
Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар,
Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»

6Эй Раббы ҡылысы,
Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың?
Ҡыныңа ҡабат инеп ят,
Туҡта һин, тын!
7Әммә нисек тынысланһын,
Раббы Үҙе уға әмер биргән,
Ашҡылонға, диңгеҙ ярына ебәргән.
Copyright information for BakIBT2023