Jeremiah 50
Бабил хаҡында
1Халдейҙар йәшәгән Бабил иле тураһында Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды. 2«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ!Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ,
Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ:
Бабил яулап алыныр,
Бел оятҡа ҡалыр,
Меродах ▼
▼ Бел, Меродах – Бабилдың илаһтары, икенсе исем Мардук булараҡ билдәле.
селпәрәмә килер –Бабил боттары хур булыр,
Ерәнгес һындары емерелер!
3Бабилға ҡаршы төньяҡтан
Бер ҡәүем күтәрелде;
Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер,
Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ,
Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер.
4Ул көндәрҙә, ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраил халҡы һәм Йәһүҙә халҡы бергәләшеп килер, илай-илай йөрөп, Аллалары Раббыны эҙләр. 5Йөҙҙәрен Сионға табан бороп,
Унда илткән юлды һорашырҙар.
„Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ,
Уның менән мәңгелек,
Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.
6Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине.
Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы,
Тауҙар араһында таратып ебәрҙе.
Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте,
Йәшәгән урындарын онотто.
7Уларҙы кем тапһа, шул ашаны.
Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел,
Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы,
Ата-бабаларының өмөтө булған
Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.
8Бабилдан ҡасығыҙ, Халдей еренән китегеҙ!
Көтөү алдынан барған кәзә тәкәһеләй булығыҙ!
9Бына, Мин төньяҡтағы илдән
Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм;
Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр,
Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар;
Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр –
Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер.
10Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер,
Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –
11Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар!
Ҡыуанып тантана итәһегеҙ,
Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ,
Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ.
12Әммә әсәйегеҙ оятҡа ҡалыр,
Һеҙҙе тапҡандың йөҙө ҡыҙарыр.
Халыҡтар араһында иң һуңғы,
Ҡыу дала, ҡороп кипкән ер булыр.
13Раббының нәфрәте арҡаһында
Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр.
Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр,
Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.
14Бабилды уратып, сафҡа теҙелегеҙ,
Эй һеҙ, ян керешен тартыусылар,
Атығыҙ, уғығыҙҙы йәлләп тормағыҙ,
Сөнки ул Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылды.
15Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ!
Бабил ҡулға төштө:
Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде.
Сөнки был – Раббының үсе:
Уның ҡонон ҡайтарығыҙ,
Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.
16Бабилда сәсеүселәрҙе,
Ураҡ ваҡытында ураҡсыны үлтерегеҙ;
Баҫҡынсының ҡылысынан ҡурҡып,
Һәр килмешәк үҙ халҡына ҡайтһын,
Барыһы ла үҙ иленә ҡасһын.
17Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул;
Уны арыҫландар баҫтырҙы.
Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны,
Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».
18Шуға күрә Исраил Аллаһы
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Бына, Ашшур батшаһын нисек язалаған булһам,
Бабил батшаһы менән илен дә шулай язалайым.
19Исраилды утлауына кире ҡайтарам.
Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар,
Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар.
20Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, –
Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ.
Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ.
Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».
21«Мераҫайим еренә, Пеҡодта ▼
▼ Мераҫайим, Пеҡод – Бабил илендәге өлкәләр. Йәһүд телендәге текста һүҙ уйнатыу: «мераҫайим» – «фетнә артынан фетнә», «пеҡод» – «яза биреү».
йәшәгәндәргә һөжүм ит.Уларҙы үлтер, тотошлай ҡырып бөтөр, – тип белдерә Раббы. –
Ни бойорһам, барыһын да үтә.
22Илдә һуғыш-ҡыйралыш ауаздары яңғырай!
23Бөтә донъяны емергән балға ине,
Инде үҙе ватылды, емерелде!
Бабил бар ҡәүемдәр араһында
Ҡот осорғос нәмәгә әүерелде!
24Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил!
Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең.
Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн
Һине таптылар, эләктереп алдылар».
25Раббы ҡорал келәтен асты,
Асыуының ҡоралын сығарҙы,
Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Хакимдың
Халдей ерендә ҡыласаҡ ғәмәле бар.
26Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ;
Келәттәрен шар асығыҙ;
Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ.
Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ,
Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.
27Бөтә үгеҙҙәрен боғаҙлағыҙ,
Салыу урынына килтерегеҙ.
Баштарына ҡайғы!
Сөнки уларҙың көнө, яза мәле етте.
28Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын,
Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын
Сионда иғлан итер өсөн
Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!
29«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе
Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы.
Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын.
Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға,
Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ,
Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы
Ул тәкәббер баш күтәрҙе.
30Шуға күрә егеттәре майҙандарҙа йығылып ҡалыр,
Ул көн бөтә яугирҙәре һәләк булыр», – тип белдерә Раббы.
31«Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә,
Эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Сөнки һинең көнөң,
Һине язалар ваҡытым етте.
32Тәкәббер һөрөнөп барып төшөр,
Уны торғоҙоусы булмаҫ.
Ҡалаларына ут һалам,
Тирә-яғын үртәп юҡ итәсәк».
Раббының Үҙ халҡын ҡотҡарыуы
33Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Исраил да, Йәһүҙә халҡы ла иҙелә.Уларҙы тотҡонға алыусылар ҡаты тота,
Һис тә ысҡындырырға теләмәй.
34Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме.
Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар,
Илдәренә именлек килтерер,
Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.
35Халдейҙарға ҡаршы – ҡылыс! – тип белдерә Раббы. –
Бабилда йәшәгәндәргә,
Түрәләренә, аҡыл эйәләренә – ҡылыс!
36Ҡылыс ялған пәйғәмбәрҙәренә төшһөн!
Ахмаҡлыҡтары ярылып ятһын.
Ҡылыс һуғышсыларына төшһөн!
Уларҙың ҡото алынһын.
37Ҡылыс аттарына, яу арбаларына,
Килмешәктәрҙән торған ғәскәренә төшһөн!
Уларҙы ҡурҡаҡ ҡатындар итһен!
Хазиналарына ҡаршы ҡылыс килһен!
Улар барыһы ла таланасаҡ.
38Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен!
Улар тотош кибеп бөтһөн!
Сөнки Бабил – боттар иле,
Халҡы ҡурҡыныс һындар арҡаһында
Аҡылдан шашты.
39Шуға күрә унда ҡырағай хайуандар,
Һыртландар, дөйәғоштар йәшәр,
Быуындан-быуынға һис кем төйәкләнмәҫ.
40Содомды һәм Ғамораны
Тирә-яғындағы ҡалалар менән
Алла нисек тар-мар иткән,
Унда ла һис кем йәшәмәҫ,
Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы.
41Ана, төньяҡтан бер халыҡ килә,
Бөйөк ҡәүем һәм бик күп батшалар
Ер сигенән күтәрелә.
42Ҡулдарында – йәйә, һөңгө;
Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ.
Тауыштары диңгеҙ олоуындай;
Аттарҙа сабып киләләр,
Бер кешеләй яуға теҙеләләр
Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Бабил-ҡыҙ!
43Бабил батшаһы улар хаҡында хәбәр алды,
Ҡулдары һәленеп төштө;
Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек,
Әрнеү-ғазап йәнен өттө.
44Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан
Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ,
Мин бабилдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен.
Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын.
Кем Миңә тиңләшә ала?
Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ,
Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?»
45Шуға күрә Раббының Бабилға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ.
Халдей иленә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ.
Хаҡтыр, көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр,
Раббы кешеләре арҡаһында
Бабилдың көтөүлектәрен дә һәләк итер.
46Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор.
Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.
Copyright information for
BakIBT2023