‏ Jeremiah 51

1Раббы былай ти:

«Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа
Лев-Камай – йәһүд телендә «дошмандарымдың йөрәге» тигән мәғәнәлә булып, Халдей илен аңлата.
йәшәүселәргә ҡаршы
Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.
2Ашлыҡ елгәреүселәр күндерәм Бабилға,
Уны елгәреп, ерен бушатырҙар.
Ҡаза көнөндә һәр яҡтан уға ябырылырҙар.
3Уҡсы йәйәһен кирә алмаһын,
Һарайтаһын кейеп өлгөрмәһен.
Уның егеттәрен ҡыҙғанмағыҙ;
Бар ғәскәрен ҡырып бөтөрөгөҙ.
4Үлтерелгәндәр – Халдей ерендә,
Яралылар Бабил урамдарында ергә йығылыр.
5Исраилдың Изгеһе алдында
Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла,
Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы
Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны.
6Бабилдан ҡасығыҙ!
Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын!
Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ,
Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте,
Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!
7Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине,
Бөтә донъяны иҫертте ул
Ҡәүемдәр уның шарабын эсте,
Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.
8Ҡапыл төшөп селпәрәмә килде Бабил –
Йәлләп уның өсөн йәш түгегеҙ!
Яраларына бәлзәм һөртөгөҙ,
Бәлки, уға дауа табылыр».

9«Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы.
Ташлағыҙ уны,
Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ.
Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте,
Болоттарға тиклем күтәрелде».

10«Раббы беҙҙе аҡланы;
Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббының был эшен
Сионда иғлан итәйек!»

11Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ!
Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ!
Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға,
Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп,
Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.
12Бабил диуарҙары ҡаршыһында
Байраҡ күтәрегеҙ!
Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ,
Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон
Боҫҡон – руссаһы: засада.
ҡороғоҙ!
Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен –
Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр.

13Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр,
Бик мул хазиналары булғандар,
Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө.
14Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең барлығы менән ант итте:
«Һине саранча тубы баҫып алғандай,
Дошман сиреүе менән тултырасаҡмын.
Һиндә уларҙың еңеү ауаздары яңғырап торор».

Раббыға мәҙхиә

15Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты,
Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо,
Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе.
16Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай;
Ул ер сигенән болоттар күтәрә.
Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә,
Келәттәренән елдәр сығара.
17Уның алдында бар әҙәм аҡылһыҙ һәм наҙан;
Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала,
Яһаған һындары ялған,
Уларҙың өнө-тыны юҡ.
18Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар,
Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар.
19Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө,
Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы.
Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме!

20«Һин Бабил – суҡмарым Минең, яу ҡоралым:
Һинең менән ҡәүемдәрҙе ҡырам,
Һинең менән батшалыҡтарҙы емерәм.
21Һинең менән ат һәм һыбайлыны,
Яу арбаһын һәм күсерен ялпаштырам;
22Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы,
Һинең менән йәшен-ҡартын,
Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Мин ҡыйратам;
23Һинең менән көтөүҙе һәм көтөүсене,
Үгеҙҙәре менән бергә игенсене,
Өлкә башлығын, ҡала хакимын тар-мар итәм.

24Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан
Сионға ҡылған бар золомдары өсөн
Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –
25Эй Бабил, һәләк итеүсе тау,
Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. –
Эй бар донъяны һәләк итеүсе!
Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп
Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм,
Янып-көйгән тауға әйләндерәм.
26Һинән төҙөлөш өсөн мөйөш ташы ла,
Нигеҙ ташы ла алмаҫтар,
Һин мәңге бушлыҡ булып ҡалырһың», – тип белдерә Раббы.

27Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ,
Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ;
Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы,
Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын
Бабилға ҡаршы туплағыҙ.
Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә,
Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ.
28Ҡәүемдәрҙе – Мадай батшаларын,
Өлкә, ҡалаларҙың башлыҡтарын,
Уға буйһонған бөтә илдәрҙе
Бабилға ҡаршы һуғышҡа әҙерләгеҙ!
29Ер тетрәй һәм ҡалтырана,
Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте –
Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте
Тормошҡа аша.
30Бабил батырҙары һуғышыуҙан туҡтаны,
Нығытмаларында боҫто.
Көстәре бөттө уларҙың,
Ҡурҡаҡ ҡатындар кеүек булдылар.
Торлаҡтары – янғын ҡосағында,
Ҡапҡа биктәре ватылды.
31Сапҡын артынан сапҡын елдерә,
Илсе артынан илсе саба.
Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен:
«Ҡалабыҙ баҫып алынды,
32Кисеүҙәребеҙҙе ҡулға төшөрҙөләр,
Нығытмаларыбыҙ – ут эсендә,
Ягирҙәр ҡурҡыуға ҡалды!»

33Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:

«Бабил-ҡыҙ көлтә һуҡҡан ырҙын табағына оҡшаған:
Бына-бына уның ураҡ ваҡыты етер».

34«Бабил батшаһы Навуходоносор
Ашаны беҙҙе, кимерҙе;
Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе,
Аждаһалай йотто;
Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы,
Шунан беҙҙе сығарып ташланы.
35Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!»
Шулай тиер Сион халҡы.
«Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим.

36Шуға күрә Раббы былай ти:

«Инде дәғүәңде Үҙем ҡарармын,
Һинең өсөн үс алырмын.
Диңгеҙен ҡоротормон,
Инештәрен киптерермен.
37Бабил таштар өйөмөнә,
Сүл бүреләренең төйәгенә,
Ҡот осорғос бер урынға,
Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.

38Халҡы бергәләп арыҫландай үкерер;
Арыҫлан балаһылай ырылдар.
39Әммә улар ҡыҙышып киткәс,
Табын ҡорормон, иҫертермен,
Әйҙә, кәйефләнһендәр,
Мәңгелек йоҡоға талһындар ҙа
Башҡа уянмаһындар, – тип белдерә Раббы. –
40Мин уларҙы һарыҡ бәрәселәй,
Кәзә-һарыҡ тәкәләреләй салырға алып китермен.

41Шешах тар-мар ителде,
Бөтә донъяның даны яуланды!
Бабил ҡәүемдәрҙең араһында
Дәһшәткә һалыр урынға әүерелде!
42Бабилды диңгеҙ баҫты,
Шаулы тулҡындар уны ҡапланы.
43Ҡалалары харабаға,
Ҡоро тупраҡ, сүллеккә әйләнде.
Инде унда бер кем дә йәшәмәй,
Һис кемдең аяғы баҫмай.
44Бабил илаһы Белды язалайым,
Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам.
Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ,
Бабилдың диуарҙары йығылыр.
45Унан сыға һал, халҡым!
Раббының ялҡынлы асыуынан
Һәр берегеҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!
46Йөрәгегеҙ ҡалтырап төшмәһен,
Ерҙә йөрөгән хәбәрҙәрҙән ҡурҡмағыҙ,
Бер йыл бер хәбәр килер, киләһе йылға – икенсе.
„Аяуһыҙлыҡ ерҙә хөкөм һөрә,
Хаким хакимға ябырыла!“

47Бына шундай көндәр етер,
Бабилдың боттарын язалармын;
Бөтә ере хурлыҡҡа ҡалыр,
Үлтерелгәндәре унда аунап ятыр.
48Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер,
Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –
49Эй Исраилдың үлтерелгәндәре!
Бөтөн ерҙә Бабил үлтергәндәр нисек ҡолаһа,
Бабил үҙе лә шулай уҡ ҡолар.
50Ҡылыстан ҡотолғандар, ҡасығыҙ, туҡтамағыҙ!
Алыҫ илдә лә Раббыны онотмағыҙ,
Йәрүсәлим күңел түрегеҙҙә булһын».

51«Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ,
Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды,
Сөнки яттар Раббы ҡорамының
Изге урындарына инде».

52«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, –
Мин Бабил боттарын язалармын.
Бөтә ерҙә яралылар ыңғырашыр.
53Бабил хатта күккә олғашһа ла,
Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла,
Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.

54Бабилдан һыҡтап илаған тауыш ишетелә,
Халдей ерендә – оло ҡыйралыш!
55Сөнки Раббы Бабилды һәләк ҡылыр,
Ундағы тәкәббер ауаздарҙы юҡ итер.
Дошмандары ташҡын һымаҡ шаулар,
Геүләүҙәре яңғырап торор.
56Бабилға һәләк итеүсе килер,
Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр;
Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла,
Әжерен ҡылғанына күрә бирер.

57«Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен,
Өлкә, ҡала башлыҡтарын,
Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм.
Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.

58Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы:

«Бабилдың ҡалын диуарҙары нигеҙенә тиклем емерелер.
Бейек ҡапҡалары утта яндырылыр.
Бушҡа ғына көс түкте халыҡтар,
Ҡәүемдәр тик юҡҡа яфа сиккән,
Хеҙмәттәре утта янып бөткән».

Йермеяһтың Бабилға хәбәр ебәреүе

59Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, хакимлығының дүртенсе йылында, Бабилға сәфәргә йыйынды. Йермеяһ пәйғәмбәр Сидкияһты оҙата барған баш хеҙмәтсе Махсеяһ улы Нерияһтан тыуған Сераяһҡа йомош ҡушты. 60Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне. 61Шунан Йермеяһ Сераяһҡа:

– Ҡара уны, Бабилға барғас, ошонда яҙылғандарҙың барыһын да уҡы ла
62әйт: «Эй Раббым! Һин был ил тураһында: Уны тотош юҡ итәсәкмен. Бында кеше лә, мал-тыуар ҙа ҡалмаҫ. Ул мәңгегә бушлыҡ булыр, – тинең». 63Был төргәкте уҡып бөткәс, уға таш бәйләп Евфраттың уртаһына ырғыт. 64Шунан былай тип әйт: «Бабил ошолай батыр һәм Раббы уға ебәргән һәләкәттән бүтәнсә ҡалҡа алмаҫ, бөтөнләй хәлдән тайыр».

Ошо урында Йермеяһтың һөйләгәндәре тамамлана.

Copyright information for BakIBT2023